Йәмғиәт
30 Август 2024, 14:30

Республикала Экспорт продукцияһын сертификациялау үҙәген булдырырға ниәтләйҙәр

Бөгөн Өфөлә үткән ”Йыл экспортеры” Бөтә Рәсәй конкурсының округ этабы еңеүселәрен һәм призерҙарын бүләкләү тантанаһында стратегик сессиялар үтте.

Республикала Экспорт продукцияһын сертификациялау үҙәген булдырырға ниәтләйҙәрРеспубликала Экспорт продукцияһын сертификациялау үҙәген булдырырға ниәтләйҙәр
Республикала Экспорт продукцияһын сертификациялау үҙәген булдырырға ниәтләйҙәр

Унда сәнәғәт, агросәнәғәт комплексы, туризм һәм хеҙмәттәр йүнәлештәре буйынса “Экспорттың киләсәге” тикшерелде.

Фекер алышыуҙа ҡатнашыусыларҙың күбеһе компанияларҙың экспорт йүнәлешен үҫтереү өсөн логистика, финанс үткәргестәр һәм тауарҙар килтерергә йыйынған илдәрҙең талаптарын иҫәпкә алып продукцияны сертификациялау проблемалы булып ҡала, тип билдәләй.

Хөкүмәттең беренсе вице-премьеры – БР иҡтисади үҫеш һәм инвестиция сәйәсәте министры Рөстәм Моратов “Милли брендтар: экспорт өсөн яңы офоҡтар” сараһының пленар ултырышында Башҡортостанда Волга буйы федераль округының бөтә төбәктәре өсөн дөйөм сертификация үҙәге булдырыу тәҡдиме менән сығыш яһаны.

Һуңынан бүләкләү тантанаһы үтте. Бөтәһе 20 номинация буйынса 50-гә яҡын компания наградалар алды.

Фото: resbash.ru

Автор:Гүзәлиә Зәйнуллина
Читайте нас