Зәйнәб Биишева исемендәге "Китап" нәшриәте баш ҡаланың юбилейына "Минең Өфөм” тип исемләнгән бүләк комплектын әҙерләгән. Ул биш китапты, картаны һәм ҡаланың иҫтәлекле урындары тураһында буклетты үҙ эсенә ала.
Нәшриәт директоры вазифаһын башҡарыусы Эльмира Хәйретдинова билдәләүенсә, һәр китап баш ҡала халҡына ла, ҡунаҡтарға ла ҡыҙыҡлы буласаҡ.
Мәҫәлән, «Музейҙар» китабы Өфө музейҙары тарихы, уларҙың экспонаттары, лимонарий, планетарий, көньяҡ Урал ботаника баҡса-институты һәм ҡаланың башҡа ынйылары хаҡында һөйләй.
«Парктар, майҙандар һәм ҡала киңлектәре» баҫмаһы иһә ял итеү һәм күңел асыу өсөн уңайлы мөйөштәр буйлап сәйәхәткә илтә. Ә «Театрҙар һәм концерт залдары» китабы уҡыусыларҙы ҡаланың мәҙәни тормошо, сәнғәт донъяһындағы ҡаҙаныштар менән бәйле урындар тарихы менән таныштыра. Бынан тыш, йыйынтыҡта монументаль ансамблдәр һәм скульптура композициялары һәм архитектура ҡомартҡылары хаҡында баҫмалар бар. Китапта телгә алынған бөтә объекттар, шул иҫәптән Өфө ярымутрауының яр буйы буйлап үткән Өфө муйынсағы маршруты билдәләнгән.
Бындай комплект яратҡан ҡалаһын яҡшыраҡ белергә теләүселәр өсөн идеаль бүләк булып хеҙмәт итәсәк, әлбиттә. Уны Ленин урамы, 26 адресы буйынса урынлашҡан «Китап» магазинында һатып алырға мөмкин.