Төп ҡунаҡтарҙың береһе Зимбабве университетының “Тау эштәре һәм инженер технологиялары” кафедраһы лекторы Пруденс Мусоко студенттар алдында сығыш яһаны. Ул Владивостокта магистратурала уҡыған, русса һөйләшмәһә лә, һәйбәт аңлай.
Ғөмүмән, Зимбабве командаһы еңеүгә өмөтләнә. Башҡортостанда булған ваҡытты мөмкин тиклем файҙалы үткәрергә йыйына улар. Телде, мәҙәниәтте, йолаларҙы өйрәнгеләре килә.
Командала ҡатнашыусыларҙың барыһы ла төпкөл ауылдарҙан. Ата-әсәләре башлыса мал-тыуар үрсетеп йәшәй. Шуға уларҙы ауыл хужалығы ла ҡыҙыҡһындыра.
“Геовызов” чемпионаты 9 сентябргә тиклем үтәсәк. Сарала Рәсәйҙең 15 төбәгенән, ун сит илдән командалар ҡатнаша. Чемпионат Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров башланғысы һәм Федераль ер аҫты ҡаҙылмаларын ҡулланыу агентлығы (Роснедра) тарафынан икенсе тапҡыр үткәрелә.
Айрат Нурмөхәмәтов фотолары.