Йәмғиәт
3 Сентябрь 2024, 14:15

“Геосаҡырыу”ҙа ҡатнашҡан студенттар кисерештәре менән уртаҡлашты

Африка илдәре студенттары баскетболды һәйбәт уйнай.

“Геосаҡырыу”ҙа ҡатнашҡан студенттар кисерештәре менән уртаҡлашты“Геосаҡырыу”ҙа ҡатнашҡан студенттар кисерештәре менән уртаҡлашты
“Геосаҡырыу”ҙа ҡатнашҡан студенттар кисерештәре менән уртаҡлашты

Грозный ҡалаһындағы Дәүләт нефть техник университеты студенттары Рәсүл Эсендиров, Мөхәммәт Хәсиев, Әҙәм Даудов былтырғы сарала ла ҡатнашҡандар. Быйыл командаға тағы дүрт кеше өҫтәлгән.

- Ҡалаға килеп инеү менән уның бер йыл эсендә үҙгәреүе күҙгә ташлана. Яҡты, таҙа, әле генә Өфөнөң тыуған көнө үтеүен белдек. Байрам кәйефе урамдарҙа ла һиҙелә. “Патриот” паркында, баш ҡаланан утыҙ саҡрым алыҫлыҡта йәшәйбеҙ. Ҡалаға килгәндә тирә-яҡты ҡарап киләбеҙ. Оҡшай. Хәрби йүнәлештәге парк та бик оҡшаны. Бүлмәләр иркен, ашатыу һәйбәт. Башҡа командалар менән аралашып өлгөрҙөк, баскетбол уйнаныҡ. Айырыуса Африка илдәренән килгән студенттар оҫта уйнай. Тәржемәселәр һәм телефон ярҙамында аралашабыҙ, - ти студенттар.

Мәғлүмәт һәм фото сығанағы: ttps://mgazeta.com/news/novosti/2024-09-03/uchastniki-mezhdunarodnogo-geologicheskogo-chempionata-geovyzov-podelilis-pervymi-vpechatleniyami-ot-prebyvaniya-v-ufe-3909111

Автор:Лилия Нуретдинова
Читайте нас