Йәмғиәт
5 Сентябрь 2024, 08:15

85 йәшлек Зәкиә Хәсәнова бесән эшләй

Инәй Әбйәлил районында йәшәй.

85 йәшлек Зәкиә Хәсәнова бесән эшләй85 йәшлек Зәкиә Хәсәнова бесән эшләй
85 йәшлек Зәкиә Хәсәнова бесән эшләй

Быйыл туҡтауһыҙ яуған ямғырҙарҙан һуң көндәрҙең аяҙайтып ебәреүе булды, ауыл халҡы дәррәү бесән эшләргә тотонда. Артынан шыуғанынан алып һәнәк, тырма тота алғанына тиклем бөгөн мал аҙығы әҙерләргә ярҙам итешә. Шул иҫәптән 85 йәшлек Зәкиә инәй Хәсәнова ла. 

"Өйҙә ятыр мәл түгел!" - тип Ишкилде ауылынан 85 йәшлек Зәкиә Хәсәнова улдарына бесән йыйырға ярҙамлаша. Уның бесән тырматҡанына күҙ эйәрерлек түгел хатта. Афарин, дәртле һәм шәптекәй Әбйәлил инәйе!

Фото: "Осҡон" гәзитенән.

85 йәшлек Зәкиә Хәсәнова бесән эшләй
85 йәшлек Зәкиә Хәсәнова бесән эшләй
Автор:Карима Усманова
Читайте нас