Бөтә яңылыҡтар
Йәмғиәт
5 Сентябрь , 06:00

Бөйөк Ванганан ете тормошсан кәңәш

Йортоғоҙҙан уңыш китмәһен өсөн өҫтәлдә... 

Бөйөк Ванганан ете тормошсан кәңәш
Бөйөк Ванганан ете тормошсан кәңәш

Болгар күрәҙәсеһе һәр заманда ла әһәмиәтле булырлыҡ кәңәштәр биреп ҡалдырған. Улар һәр кем өсөн уңыш, бәхет нигеҙе булырлыҡ.  

* Көн тәртибен дөрөҫ ҡороғоҙ. Кеше 22.00 сәғәттән дә һуңға ҡалмайынса йоҡларға ятырға, таң беленеү менән торорға тейеш. Төнгө ваҡытта уяу булырға кәрәкмәй, төн – ял итеү өсөн.

* Балаларҙы хеҙмәткә өйрәтегеҙ. Хеҙмәт һөймәгән кеше нәҫеленә насар өлгө күрһәтә. Хеҙмәт менән тәрбиәләнгән бала бер ҡасан да ҡартлыҡта ата-әсәһен ташламай.

* Көндө йылмайыуҙан башлағыҙ, шул саҡта ғына ул шатлыҡ килтерәсәк. Үпкә, ҡурҡыу һәм асыу ауырыуҙарға килтерә, уларҙан ҡасығыҙ.

* Берәй нәмә әйтер алдынан һәр ваҡыт яҡшылап уйлағыҙ. Һүҙҙәр матди нигеҙгә эйә: улар бәхет тә, шул уҡ ваҡытта тормошоғоҙға күп бәләләр ҙә килтерә ала. Кешене хөкөм итергә ашыҡмағыҙ, һеҙ уның тормошон белмәйһегеҙ.

* Тәнегеҙҙе таҙа тотоғоҙ. Бысраҡ – сирҙәрҙең сәбәбе. Һыу, душ ҡабул итеү бөтә кисерештәрҙе, насар кәйефте һәм негатив энергияны йыуа. Быны йоҡлар алдынан эшләү яҡшыраҡ. Әгәр душ инергә мөмкинлегегеҙ булмаһа, мотлаҡ аяғығыҙҙы йыуығыҙ.

* Йортоғоҙҙан уңыш китмәһен өсөн, өҫтәлдә ризыҡ ҡалдырмағыҙ. Айырыуса был икмәккә ҡағыла. Ҡалған ашты, икмәкте ташламағыҙ – йәнлектәргә йәки ҡоштарға бирегеҙ.

* Ярыҡ һауыт-һабанан ашарға ла, эсергә лә ярамай. Һауыт-һаба саҡ ҡына кителһә йәки сатнаһа – ташлағыҙ. Боҙоҡ әйберҙәр уңыш, һаулыҡ һәм бәхетте кәметә. 

Фото: https://image.stern.de

Автор:Гөлдәр Яҡшығолова
Читайте нас: