Йәмғиәт
6 Сентябрь 2024, 17:00

90 йәшлек олатай һайлауҙы ҡалдырмай

Аҡһаҡалдың яуаплылыҡ тойғоһо һоҡландыра!

90 йәшлек олатай һайлауҙы ҡалдырмай90 йәшлек олатай һайлауҙы ҡалдырмай
90 йәшлек олатай һайлауҙы ҡалдырмай

Бөгөн Ауырғазы районының Ишле ауыл советында беренселәрҙән булып һайлауға килеүселәр араһында, ғәҙәттәгесә, 90 йәшлек Хәбиәхмәт Хисамов та булған. Өлкән быуын вәкилдәренең гражданлыҡ тойғоһона, һайлау хоҡуғына шул ҡәҙәре яуаплы ҡарағанына, ил хәстәрҙәренә тоғро ҡалыуына һоҡланырлыҡ. Йәшерәктәргә был йәһәттән дә үрнәк улар. Үҙҙәренең тормошо өсөн түгел, балалары, ейән-бүләләре нисек йәшәре уларҙы битараф ҡалдырмай! 

Аҡһаҡалға ныҡлы һаулыҡ, бәхетле ҡартлыҡ теләйек! 

Фото: Ауырғазы районы хакимиәтенең рәсми сәхифәһенән.




Автор:Равиля Гатауллина
Читайте нас