Йәмғиәт
6 Сентябрь 2024, 10:20

Һеҙгә ярҙамға килер!

Рәсәй Федераль һалым хеҙмәте сервисы тейешле типлы уставты һайларға мөмкинлек бирә.

Һеҙгә ярҙамға килер!Һеҙгә ярҙамға килер!
Һеҙгә ярҙамға килер!

Юридик шәхесте дәүләт теркәүе өсөн индивидуаль устав әҙерләү менән бәйле ҡатмарлыҡтарҙан ҡотолорға типлы уставты һайлау мөмкинлек бирә. Рәсәй Федераль һалым хеҙмәте сайтында теләгән һәр кем өсөн бушлай ябай һәм уңайлы "Типлы уставты һайлау" сервисы эшләй.

Сервис яуаплылығы сикләнгән йәмғиәттәрҙә ҡатнашыусыларға һорау алыу һөҙөмтәләре буйынса тейешле типлы устав һайларға, ә ҡыҙыҡһынған кешеләргә теләһә ниндәйе менән танышырға мөмкинлек бирә.

Рәсәй Федерацияһының Иҡтисади үҫеш министрлығы яуаплылығы сикләнгән йәмғиәттән сығыу мөмкинлеге, башҡарма орган һайлау процедураһы, йәмғиәттең дөйөм йыйылышы ҡарарҙарын һәм ҡатнашыусылар составын нотариаль раҫлау кәрәклеге менән бәйле закон нормаларын ҡулланыу менән айырылып торған 36 типлы устав вариантын раҫлаған.

Яуаплылығы сикләнгән йәмғиәттең типлы уставты ҡулланыуы-ҡулланмауы тураһында юридик шәхестәрҙең берҙәм дәүләт реестры күсермәһенән белергә мөмкин. Унда устав номеры тураһында мәғлүмәт индерелә.

Теркәлгәндә адресты тултырыуҙа хаталарҙы бөтөрөргә  ошо  ярҙам итәсәк.

Фото:

Автор:Гүзәлиә Зәйнуллина
Читайте нас