Йәмғиәт
6 Сентябрь 2024, 12:45

Халыҡ артисы гражданлыҡ бурысын үтәгән

Арыҫлан Мөбәрәков исемендәге Сибай дәүләт башҡорт драма театры артистары ла һайлауға дәррәү ҡатнашты.

Халыҡ артисы гражданлыҡ бурысын үтәгәнХалыҡ артисы гражданлыҡ бурысын үтәгән
Халыҡ артисы гражданлыҡ бурысын үтәгән

Арыҫлан Мөбәрәков исемендәге Сибай дәүләт башҡорт драма театры артистары ла бөгөнгө мөһим саранан ситтә ҡалманы. Башҡортостандың халыҡ артисы Зифа Баязитова әйтеүенсә, беренселәрҙән булып республика Башлығын һайлауҙа үҙ тауышын биргән.

"Бер ваҡытта ла илебеҙ һәм республикабыҙ өсөн мөһим булған сәйәси саранан ситтә ҡалғаным юҡ. Һайлауға байрамға барған кеүек барам. Иң тәүгеләрҙән булып үҙ тауышымды бирҙем. һайлауҙың өс көн буйы барыуы бик уңайлы, һәр кем үҙенең ваҡытына ҡарап тауыш бирә ала. Беҙҙең Сибай театры элек -электән һайлауҙарға дәррәү йөрөй, хатта элегерәк үҙебеҙ ҙә мәҙәни саралар үткәреп, һайлаусылар араһында йөрөй инек. Һәр кем үҙенең гражданлыҡ бурысын үтәргә тейеш һәм республикабыҙ өсөн мөһим саранан ситтә ҡалырға тейеш түгел",  - ти тамашасыларҙың яратҡан артисы Зифа Ғаяз ҡыҙы.

Иҫегеҙгә төшөрәбеҙ, 6, 7, 8 сентябрҙә Башҡортостанда республика Башлығын, шулай уҡ район һәм ҡала советтары депутаттарын һайлауҙар үтә. Был көндәрҙә 8.00 сәғәттән 20.00 сәғәткә тиклем республиканың ҡала һәм райондарында 3 302 һайлау участкаһы эшләйәсәк. Төбәктә барлығы 218 һайлау кампанияһы – Башҡортостан Башлығын, республика Дәүләт Йыйылышы – Ҡоролтай депутатын өҫтәмә һәм урындағы үҙидараның вәкәләтле органдарына депутаттар һайлау буйынса 216 кампания ойошторола.

Фото: Зифа Баязитова

#ВыбираемГлаву #Выборы2024 #Башкортостан

 

Автор:Карима Усманова
Читайте нас