Таулыҡай ауылының 1022 - се һайлау участкаһында һайлауҙар ойошҡанлы бара. Таулыҡайҙарҙың был сараға етди ҡарауҙары һөйөндөрҙө. Иртәнге 8.00 сәғәттә үк ғаиләләре менән һайлауға килеүсе парҙарҙың күп булыуы ҡыуандырҙы. Уларға, тәүге һайлаусылар булараҡ, комиссия ағзалары тарафынан бүләктәр тапшырылды.
Мәҙәниәт йортонда үткән һайлауҙа шулай уҡ ауылдаштар араһында "Бай баҡса" күргәҙмәһе ойошторолдо. Мәзүнә һәм Урал Күсәрбаевтарҙың тырыш, уңған ғаиләләре быйылғы уңыштан бик шәп күргәҙмә тәҡдим итте. Шуныһы иғтибарға лайыҡ: улар күргәҙмәләре аша махсус хәрби операцияға һәм Ғаилә йылына ла баҫым яһаны.
Район буйынса һайлауҙар тыныс шарттарҙа үтә. Күп ауылдарҙа көҙгө йәрминкәләр гөрләй, халыҡ әйберҙәрен һатып та, һатып алып та ҡыуана, шулай уҡ үҙҙәренең гражданлыҡ бурыстарын да теүәл үтәй.
Фото: Баймаҡ районы хакимиәте сайтынан