Йәмғиәт
7 Сентябрь 2024, 10:30

Ангелина беренсе тапҡыр һайлауға барҙы

Октябрьский ҡыҙы уҡып та, эшләп тә, Берәҙәк хайуандарҙы ваҡытлыса ҡарау пунктында ярҙам итеп тә өлгөрә.

Ангелина беренсе тапҡыр һайлауға барҙыАнгелина беренсе тапҡыр һайлауға барҙы
Ангелина беренсе тапҡыр һайлауға барҙы

Октябрьский ҡалаһынан Ангелина Артамонова Октябрьский ҡалаһындағы 555-се һайлау участкаһында үткәрелгән һайлауҙа беренсе тапҡыр булған. Ошоноң менән бәйле уға бүләк бирҙеләр, тип хәбәр итте “Октябрьский вестник” баҫмаһы. Ҡыҙ иҡтисад техникумында белем ала, һатыусы булып эшләй. Ваҡыты тығыҙ булһа ла, Берәҙәк хайуандарҙы ваҡытлыса ҡарау пунктында ярҙам итергә ваҡыт таба. Ангелина бер аҙ тулҡынланыуы тураһында әйткән. Ул киләсәктә ҡыҙыҡлы ваҡиғалар булыр тип көтә.

Сығанаҡ, фото: okt-neft.ru/news/common_material/2024-09-07/angelina-artamonova-iz-oktyabrsko

Автор:Айһылыу Низамова
Читайте нас