Йәмғиәт
7 Сентябрь 2024, 05:00

Һайлау участкаһынан – алғы һыҙыҡҡа

Ғафури районынан “Скиф” позывнойлы яугир, яраланғандан һуң һаулығын нығытып, махсус хәрби операцияға юлланды.

Һайлау участкаһынан – алғы һыҙыҡҡаҺайлау участкаһынан – алғы һыҙыҡҡа
Һайлау участкаһынан – алғы һыҙыҡҡа

Башҡортостаныбыҙ ир-егеттәрен һәр саҡ Тыуға илгә һөйөү, уның яҙмышы өсөн битараф ҡалмау, тоғролоҡ кеүек сифаттар биҙәй. Республикабыҙ өсөн мөһим көндәрҙә лә улар ситтә ҡалмай һәм Башҡортостан киләсәге өсөн үҙ өлөшөн индерә. Ғафури районынан “Скиф” позывнойлы яугир, яраланғандан һуң һаулығын нығытып, махсус хәрби операция барған урынға юлланды. Бының алдынан ул Сәйетбаба ауылындағы һайлау участкаһында гражданлыҡ бурысын үтәне – тауыш бирҙе. Уға һәм барлыҡ яугирҙәребеҙгә тыуған яҡтарына иҫән-һау ҡайтыуҙарын теләйбеҙ!

Сығанаҡ, фото: Ғафури районы хакимиәте.

 

Автор:Айһылыу Низамова
Читайте нас