Бөтә яңылыҡтар
Йәмғиәт
7 Сентябрь , 21:00

"Бәхет һеҙгә, йәштәр!" тип, йыр менән ҡаршы алдылар

Участка һайлау комиссияһы ағзалары яңы барлыҡҡа килгән Шеиндар ғаиләһен ҡотлап, киләсәк тормоштарының балдай татлы булыуын теләп, бал бүләк иткән. 

"Бәхет һеҙгә, йәштәр!" тип, йыр менән ҡаршы алдылар
"Бәхет һеҙгә, йәштәр!" тип, йыр менән ҡаршы алдылар
 

Ғафури районының Табын ауылында урынлашҡан 1673-сө һайлау участкаһында бөгөнгә эш көнө бик матур ваҡиғалар солғанышында дауам итә. Гражданлыҡ бурысын үтәргә килгән Матвеевтар тап бөгөн ҡыҙыл яҡут туйын билдәләй. Һайлау комиссияһы ағзалары уларҙың шатлығын бүлешеп, ғаилә парын матур итеп ҡотлаған. 

Күп тә тормай, һайлау участкаһы урынлашҡан ауыл мәҙәниәт йорто алдына ысын туй кортежы килеп туҡтаған! Бөгөн үҙҙәренең никахын теркәгән Александр һәм Алина Шеиндар булып сыҡҡан был бәхетлеләр. Участка һайлау комиссияһы ағзалары йәштәрҙе ихлас ҡаршы алған, ә һайлау комиссияһы ағзаһы һәм ауыл мәҙәниәт йортоноң баш художество етәксеһе Наталья Хәбибуллина матур йыр ҙа бүләк иткән. Йәштәр көй ыңғайына вальста әйләнгән.

Алина сығышы менән Родина ауылынан, ә Александр - нәҫелдән килгән Табын казагы. ЗАГС-тан һуң йәш пар оҙаҡҡа һуҙмайынса конституцион бурыстарын үтәргә ҡарар иткән. Уларға бер юлы ике һайлау участкаһына барырға тура килгән. Тәүҙә 1611-се участкала кәләш тауыш биргән, һуңынан туй кортежы Табын ауылына юл алып, унда кейәү гражданлыҡ бурысын үтәгән.

Участка һайлау комиссияһы ағзалары яңы барлыҡҡа килгән Шеиндар ғаиләһен ҡотлап, киләсәк тормоштарының балдай татлы булыуын теләп, бал бүләк иткән. 

Сығанаҡ: Ғафури районының "Звезда" гәзите (https://zvezda-gafuri.ru

Видео авторы: Рөстәм Хәлимов. 

"Бәхет һеҙгә, йәштәр!" тип, йыр менән ҡаршы алдылар
"Бәхет һеҙгә, йәштәр!" тип, йыр менән ҡаршы алдылар
Автор:Гөлдәр Яҡшығолова
Читайте нас: