+21 °С
Болотло
Дәүләкән районы хакимиәте башлығы Илгиз Мөхәмәтйәнов социаль селтәрҙәге сәхифәһендә түбәндәгеләр хаҡында хәбәр итте.
“Бөгөн иртәнге сәғәт 8-ҙә 48 һайлау участкаһы ишектәрен асты. Унда Башҡортостан Башлығы, шулай уҡ район һәм ҡала советтары өсөн тауыш бирә алаһығыҙ.
Ситтә ҡалмағыҙ, гражданлыҡ яуаплылығын күрһәтегеҙ һәм участкаларға килегеҙ”, - тип яҙған Илгиз Мөхәмәтйәнов.
Сығанаҡ, фотолар: Дәүләкән районы хакимиәте башлығы Илгиз Мөхәмәтйәновтың социаль селтәрҙәге сәхифәһенән.