Йәмғиәт
7 Сентябрь 2024, 09:45

"Рәхмәт"тең бүләге - квадроцикл Илеш районына юллана

Егет яңы ғына армиянан ҡайтҡан

"Рәхмәт"тең бүләге - квадроцикл Илеш районына юллана"Рәхмәт"тең бүләге - квадроцикл Илеш районына юллана
"Рәхмәт"тең бүләге - квадроцикл Илеш районына юллана

Республикала уҙған өс көнлөк тауыш биреү дауам итә. Барлыҡ һайлау участкаларының ишектәре асыҡ, унда һеҙҙе көтәләр. Ә бына кемдәр тауыш биреүҙә ҡатнашып өлгөргән, улар иһә “Рәхмәт2024” акцияһында ҡатнашып, бүләктәр ота һәм ала башланы.

Бөгөн һәм кисә уйнатылған бүләктәрҙе хужаларына тапшырыу сараһы үтте. Квадроцикл Илеш районына юллана.

Уны Илеш районының Иштирәк ауылынан Радмир Заһиҙуллин отҡан. Егеткә бары 20 йәш, ул яңы ғына, йәй, армиянан ҡайтҡан, августа “Ҡызыл таң” гәзитенә водитель булып урынлашҡан. Шулай уҡ Башҡортостан дәүләт аграр университетына уҡырға ингән.

– Илеш районына ҡайтып, тауыш биреүҙә ҡатнаштым. “Рәхмәт” беләҙеге, билет алдым һәм шунда уҡ QR-"Рәхмәт-2024"  сайтына инеп теркәлдем. Кисә мин Өфөгә ҡайтып ингәс, шылтыратып хәбәр иттеләр. Ышанманым, мутлашыусылар тип уйлап телефонды һүндерҙем. Һуңынан тағы ла шылтыраттылар. Был юлы: “Бер аҙ уйлармын, шылтыратырмын”, – тинем һәм ун минуттан үҙем шылтыратып асыҡлағас, атай-әсәйемә хәбәр иттем. Квадроциклды ауылға алып ҡайтам, – тине Радмир Роберт улы.

Радмир әйтеүенсә, ул 18 йәше тулғандан бирле һайлауҙарҙы ҡалдырмай ҡатнашып бара. Был юла ла ул ата-әсәһе менән бергә тауыш бирергә барған. 

Ойоштороусылар белдереүенсә, “Рәхмәт-2024” акцияһына бөтә республика буйынса 1500 партнер ҡушылған. Еңеүселәр араһында шулай уҡ Өфө, Салауат, Бүздәк райондарынан һәм ҡалаларынан кешеләр бар.

Һайлауҙа ҡатнашығыҙ, бүләк отоғоҙ! Алдағы көндәрҙә лә акция дауам итә.  

Айрат Нурмөхәмәтов фотоһы.

#ВыбираемГлаву #Выборы2024 #Башкортостан

 

"Рәхмәт"тең бүләге - квадроцикл Илеш районына юллана
"Рәхмәт"тең бүләге - квадроцикл Илеш районына юллана
Автор:Рәмилә Мусина
Читайте нас