+20 °С
Болотло
Туймазынан игеҙәк ҡыҙҙар Зита менән Гита Маризоевалар ҙа һайлау участкаһына килеп, үҙҙәренең гражданлыҡ бурысын үтәгән. Ҡыҙҙар әйтеүенсә, исемде уларға һинд фильмдарын яратҡан өләсәһе ҡушҡан.
- Беҙ һәр саҡ бергә, фильмдағы Зита менән Гита кеүек бер-беребеҙҙән айырылмайбыҙ. Ҡыҙыҡһыныуҙарыбыҙ, тормошҡа ҡарашыбыҙ ҙа бер үк. Бер төрлө кейенәбеҙ. Ғаиләбеҙ ишле, беҙҙән башҡа, тағы дүрт бала бар, - ти Зита.
Фото һәм сығанаҡ: "Башҡортостаным. Яңылыҡтар" төркөмөнән