Бөтә яңылыҡтар
Йәмғиәт
8 Сентябрь , 14:00

Һайлауҙа Сизалтина Мам да ҡатнашҡан

Сизалтина “След” сериалында төп ролде башҡара.

Һайлауҙа Сизалтина Мам да ҡатнашҡан
Һайлауҙа Сизалтина Мам да ҡатнашҡан

Бөгөн республика Башлығына һайлауҙарҙың өсөнсө көнө. Ике көндә лә республика халҡы ҙур әүҙемлек күрһәтә. Һайлауҙар барышында төрлө ҡыҙыҡлы күренештәр, билдәле шәхестәр менән осрашыу ҙа булып ала. Мәҫәлән, Әбйәлил районындағы һайлау участкаһында күптәрҙең яратҡан кино актрисаһы Сизалтина Мам да килгән.

Тина 1-се Асҡар мәктәбен тамамлағас, юғары белемде Магнитогорск дәүләт университетында ала. Алдағы маҡсаттарға ирешер өсөн Мәскәүгә юллана. Төрлө эштәрҙә эшләп, ауырлыҡтарҙы еңеп сыҡҡан ҡыҙҙы яҙмыш үҙе модель бизнесына алып килә. Ул бында уңыштарға өлгәшә, төрлө фильмдарҙа эпизодик ролдәрҙә уйнарға саҡыралар. Сизалтина “След” сериалында төп ролде башҡара. Һигеҙ йыл модель бизнесында һәм бер юлы фильмдарҙа ролдәр башҡара уңған яҡташыбыҙ. Сизалтина тормош иптәше Рөстәм, әсәһе Светлана менән бергә һайлау участкаһына килделәр. Рөстәм – татар егете, буласаҡ пилот. Йәштәр әсәһенең юбилейына ҡайтҡандар.

Фото һәм сығанаҡ: "Осҡон" гәзитенән

Автор:Карима Усманова
Читайте нас: