Бөтә яңылыҡтар
Йәмғиәт
8 Сентябрь , 19:00

Һайлау участкаһында мәшһүр "Буранбай" яңғыраны

Һайлау участкаһында башҡорт халыҡ йырын башҡарған Йылайыр уҙаманына "Афарин!" тибеҙ. 

Һайлау участкаһында мәшһүр "Буранбай" яңғыраны
Һайлау участкаһында мәшһүр "Буранбай" яңғыраны

"Йырлай-йырлай йәшәй, йырлай-йырлай һайлай", - тип яҙҙылар Йылайыр районы хакимиәтенең социаль селтәрҙәге төркөмөндә Нәжип Ҡашҡаров тураһында

Йылайыр ауылында йәшәүсе Нәжип ағай Ҡашҡаров район кимәлендәге йыр конкурстарында ғына түгел, һайлауҙарҙа ла әүҙем ҡатнаша. Бөгөн дә ул үҙенең гражданлыҡ бурысын үтәгәндән һуң моңло итеп башҡорт халыҡ йыры “Буранбайҙы” йырлап ишеттерҙе.

– Беҙ киләсәгебеҙҙе һайлайбыҙ, - тигән ул һәм халыҡты һайлауҙарҙа әүҙем ҡатнашырға саҡырған.

Һайлау участкаһында халҡыбыҙҙың мәшһүр йыры "Буранбай"ҙы башҡарған Йылайыр уҙаманына "Афарин!" тибеҙ. 

Сғанаҡ: Йылайыр районы хакимиәте. 

Фото: видеонан скриншот. 

Автор:Гөлдәр Яҡшығолова
Читайте нас: