Бөтә яңылыҡтар
Йәмғиәт
8 Сентябрь , 17:00

"Үҙем барам!"

Ҡатынын һәр саҡ хуплап торған ире Рөстәм уны һайлауға коляскаһына ултыртып алып барҙы.

"Үҙем барам!"
"Үҙем барам!"

“Һайлау – ауылдаштар менән осрашыу, аралашыу, хәл белешеү мөмкинлеге лә. Юғиһә һуңғы йылдарҙа, заман техникаларына бәйле, ошондай яҡындан һөйләшеүҙәр һирәгәйә бара”, – ти Фәнүзә Кәримова.

Ул Бөрйән районының Яңы Усман ауылында йәшәй. Сәләмәтлеге сәбәпле бер аяғы төбөнән ҡырҡылған, ике күҙе лә бөтөнләй күрмәгән, бөйөрҙәре эшләмәгән, шуға ла аҙнаһына ике-өс мәртәбә күрше Баймаҡ ҡалаһындағы гемодиализ үҙәгенә йөрөп торған йәш ҡатын һис тә зарлана белмәй, уфтанырға, кемгәлер һылтанырға яратмай, ә тормоштоң барлыҡ матурлыҡтарын күреп йәшәргә тырыша, һоҡланғыс ҡул эштәре менән хайран ҡалдыра.

Ауылда, районда үткән төрлө сараларҙа гелән әүҙем ҡатнаша Фәнүзә. Республика Башлығын һайлауҙан да ситтә ҡалмаған. Һәр ваҡыттағыса, урындағы комиссия ағзалары, ыҙалап йөрөмә, өйөңә киләбеҙ, тиһә лә, ҡырҡа баш тартҡан: “Үҙем барып һайлайым!” Ҡатынын һәр саҡ хуплап, дәртләндереп торған ире Рөстәм уны коляскаһына ултыртып алып барып, һайларға ярҙам итеп, халыҡ араһында йөрөтөп алып ҡайтҡан.

“Барыбыҙ ҙа – йәмғиәттең бер өлөшө, үҙ тауышыбыҙҙы биреп, ҡарашыбыҙҙы белдереп торорға тейешбеҙ. Әүҙемлек, гелән хәрәкәттә булыу күңелгә көс өҫтәй”, – ти Фәнүзә.

Фото Ф. Кәримованың шәхси архивынан.

Автор:Дилбәр Ишморатова
Читайте нас: