Украиналағы махсус хәрби операцияға ярҙам итеү – һәммәбеҙҙең дә мөҡәддәс бурыстарының береһе. Ысынлап та, кемдәрҙер маскировка селтәре үреү менән шөғөлләнә, икенселәр кәрәк-яраҡ йыйыуға әүҙем тотонған, аҡсалата биреүселәр ҙә күп, быларҙын тыш һалдаттарға гуманитар ярҙам оҙатыуҙы үҙҙәренә маҡсат итеп алыусылар ҙа бихисап. Мәҫәлән, күптән түгел Хәйбулла районынан махсус хәрби операция биләмәһенә сираттағы ылау оҙатылды.
– Махсус хәрби операция биләмәһендәге беҙҙең яҡташтарыбыҙға сираттағы гуманитар конвой имен-аман барып еткән, – тип яҙҙы "Бәйләнештә" социаль төркөмөндә Хәйбулла районы хакимиәте башлығы Рөстәм Шәрипов. – Ошо кәрәкле йөктө оҙатып барыусы ир-аттарыбыҙ тейешле урынға килгән һәм яҡташ һалдаттарыбыҙҙың ҡулына барыһын да тапшырған, әлбиттә, тыуған төйәктәренән һәм хәйбуллаларҙан ҡайнар сәләм дә еткергән.
Рөстәм Динислам улы билдәләүенсә, был юлы ла ил һаҡсыларына тик кәрәк-яраҡ ҡына йыйылған. "ГАЗель" маркалы автомобиль, күсереп йөрөтмәле йәки тәгәрмәсле мунса, ил һағына баҫҡан батыр егеттәребеҙҙең ата-әсәһенән, туғандарынан, яҡындарынан, шулай уҡ йөрәктәрендә теләктәшлек хисе йөрөткәндәрҙән посылкалар һәм башҡа әйберҙәр ебәрелеүе шуға асыҡ миҫал.
– Ҡасан булмаһын, ниндәй ваҡытҡа тура килеүенә ҡарамаҫтан, Хәйбулла районы кешеләре һәр саҡ әүҙемлек күрһәтә, берәүҙең дә ситтән генә күҙәтеүсе булғаны юҡ, барыһы ла гуманитар ярҙам йыйыу кеүек эштең нәҡ уртаһында ҡайнай, – тип дауам итә һүҙен Рөстәм Шәрипов. – Махсус хәрби операция биләмәһендә генератор, бензин менән эшләгән бысҡы, төрлө приборҙар, шәхси гигиена әйберҙәре, көндәлек тормошта ҡуллана торған нәмәләр һулаған һауа кеүек кәрәк. Шул уҡ ваҡытта аҙыҡ-түлек тураһында ла онотмайбыҙ, улар инде тиҙ арала боҙолмай һәм иҫкермәй торған булырға тейеш. Әле лә ҡайнатмалар, тоҙланған ҡыяр, помидор, кәбеҫтә һәм борос һалдыҡ, картуф тураһында әйтеү артыҡ.
Гуманитар ярҙам хәстәрләгәндә шәхси эшҡыуарҙар ҙа тос өлөш индерә икән, был турала хакимиәт башлығы хәбәр итте, уларҙың һәр береһен маҡтап телгә алды. Әйтәйек, шәхси эшҡыуар Рөстәм Усеинов "Риша" позывнойлы яугирға "Лада Приора" маркалы еңел автомобиль биреүҙе һораған, әлбиттә, уның үтенесен ҡәнәғәтләндергәндәр. Шулай уҡ "Балта" үҙәге (коворкинг) етәксеһе Рәмил Билалов махсус хәрби операцияла билмәһенә күсереп йөрөтә торған һыуытҡыс оҙатҡан.
– Хәйбулла районында ғүмер иткән һәр кем яҡташ һалдаттарыбыҙға ҡулынан килгән хәтлем ярҙам итергә тырыша, – ти Рөстәм Динислам улы. – Тиккә генә күмәкләгән – яу ҡайтарған, тимәйҙәр. Был юлы ла тап шулай буласаҡ. Әйтәләр бит, кемдең кем булыуы һынылышлы мәлдәрҙә беленә тип. Ысынлап та, беҙҙә бер-береһенә ярҙамсыл һәм теләктәш халыҡ йыйылған. Уларҙың һәммәһенә лә рәхмәттән бүтән һүҙем юҡ. Киләсәктә лә берҙәм булыуыбыҙға тулыһынса ышанам.
Фото: Рөстәм Шәрипов.