Кис менән ауыр хәбәр еткерәбеҙ. Бөгөн, 8 сентябрҙә Шаяндар һәм отҡорҙар клубы легендаһы һәм танылған алып барыусы Александр Масляков арабыҙҙан китте, тип хәбәр иттеләр “КВН”дың рәсми телеграм-каналында.
Хәбәр ителеүенсә, уның үпкәһендә яман шеш булған. Ҡурҡыныс сир менән ул ике йыл көрәшкән. Табиптар уға ярҙам итергә тырышҡан, ләкин һигеҙ ай элек башҡаса дауалап булмай тип әйткәндәр. Һуңғы айҙарҙа уның хәле үтә ауыр булған.
Масляков Рәсәйҙә һәм унан ситтә юмор һәм сатира символына әүерелеп, данлыҡлы тапшырыуҙы 1964 йылдан алып бара. Үҙенең эшмәкәрлеге өсөн ул “Ватан алдындағы ҡаҙаныштары өсөн” орденына һәм башҡа бик күп әһәмиәтле наградаларға лайыҡ булған.
“Уның илдең күңел асыу телевидениеһын үҫтереүгә индергән өлөшө баһалап бөткөһөҙ. Александр Васильевич Масляковҡа яҡты иҫтәлек”, - тиелә баҫылып сыҡҡан мәҡәләлә.