Бөтә яңылыҡтар
Йәмғиәт
8 Сентябрь , 19:15

Мөһим ҡарарҙы бергә ҡабул иттеләр

Ғафури районынан Алина Йәнекәева менән Александр Шеин ЗАГС-тан һуң һайлауға барҙы.

Мөһим ҡарарҙы бергә ҡабул иттеләр
Мөһим ҡарарҙы бергә ҡабул иттеләр

Республикала һайлауға ЗАГС-тан һуң килеп, үҙҙәренең гражданлыҡ бурысын үтәүселәр ҙә булды. Ғафури районынан Алина Йәнекәева менән Александр Шеин өсөн дә был көндәр хәтерҙәрендә ҡаласаҡ – улар ғаилә ҡорҙо. “Ошондай мөһим көндәрҙә ситтә ҡалмаған йәштәрҙе күреү ҡыуаныслы. Улар тауыш биреүҙә ҡатнашты. Шеиндар үҙҙәренең ғаиләһендәге беренсе мөһим һайлауҙы атҡарҙы!” – тип яҙҙы Ғафури районы хакимиәте башлығы Фәнзил Сыңғыҙов социаль селтәрҙәге сәхифәһендә.

Алина менән Александрҙы ғүмерҙәрендәге мөһим ваҡиға менән беҙ ҙә ҡотлайбыҙ! Йәш ғаиләгә мөхәббәт һәм үҙ-ара аңлашып, оҙон-оҙаҡ бергә татыу йәшәүҙәрен теләйбеҙ.

Фотолар: Ғафури районы хакимиәте башлығы Фәнзил Сыңғыҙовтың социаль селтәрҙәге сәхифәһенән.

Мөһим ҡарарҙы бергә ҡабул иттеләр
Мөһим ҡарарҙы бергә ҡабул иттеләр
Автор:Айһылыу Низамова
Читайте нас: