Баймаҡ районының Темәс ауылында йәшәгән Бөйөк Ватан һуғышы ветераны Ғәйзулла Әблүзин бер ваҡытта ла һайлауҙы ҡалдырмай. Бөгөн дә мөһим кампаниянан ситтә ҡалмаған, үҙе барып илдең киләсәге өсөн тауыш биргән.
"Мин һуғыш михнәттәрен үҙ күҙҙәрем менән күрҙем, һуғыштан һуңғы ауыр йылдарҙы үткәрҙек. Бөгөн дә илебеҙ тыныс түгел, шуға күрә һәр кем үҙебеҙҙең республика киләсәге өсөн үҙ тауышын бирергә бурыслы. Мин оло йәштә лә барып һайлайым, минән өлгө алығыҙ", - ти һүҙгә маһир ветеран.
Афарин, хөрмәтле ветеран! Һеҙ - илебеҙҙең ғорурлығы!
Әйткәндәй, Ғәйзулла Мөхәмәт улы Әблүзин Темәс ауылындағы 1037-се һайлау участкаһына килеп бюллетенде урнаға төшөрҙө.
Фото: Фәнис Әминевтең "Бәйләнештә"ге сәхифәһенән