Бөтә яңылыҡтар
Йәмғиәт
8 Сентябрь , 16:30

Йәш пар һайлауға килгән

Кушнаренко районының Ҡарасайылға ауылынан яңы ғаилә ҡорған йәш  пар Элина һәм Илнур Вәлитовтар һайлауға беренселәрҙән булып килгән

Йәш пар һайлауға килгән
Йәш пар һайлауға килгән

Кушнаренко районының Ҡарасайылға ауылынан яңы ғаилә ҡорған йәш  пар Элина һәм Илнур Вәлитовтар һайлауға беренселәрҙән булып килгән.

Тәүҙә йәштәрҙе Илнурҙың тыуған ауылы Ҡарасайылғаның 2468 –се һайлау участка рәйесе Марат Әхмәтшин һәм комиссия ағзалары ҡаршы алған. Артабан Элинаның тыуған ауылы Шырты-Тартыш ауылындағы 2469-се һайлау участка рәйесе Зилүр Булатов йәштәргә аҡ юлдар теләгән. Йәш парға иҫтәлекле бүләктәр тапшырылған.

Иң бәхетле көндәрендә лә гражданлыҡ бурыстарын үтәргә ваҡыт тапҡан йәш ғаилә һәр беребеҙҙә һоҡланыу һәм ғорурлыҡ хисе уята. Тап ошондай йәш ғаиләләр барында киләсәгебеҙ яҡты һәм ышаныслы булыр.

“Беҙ – ошо ил, ошо республика граждандары. Республика Башлығын һайлауҙарҙа ҡатнашыу изге бурысыбыҙ тип һанайбыҙ, шуға иң тәүҙә һайлауға килдек. Хәҙер инде туйҙы тыныс күңел менән дауам итһәк тә була”, - ти йәш ғаилә.

Йәштәргә бәхетле тормош теләйбеҙ, мөхәббәткә төрөнөп йәшәгеҙ!

Фото: телеграмдан

 

Йәш пар һайлауға килгән
Йәш пар һайлауға килгән
Йәш пар һайлауға килгән
Автор:Карима Усманова
Читайте нас: