Йәмғиәт
9 Сентябрь 2024, 11:00

Әһәмиәте баһалап бөткөһөҙ

Унда көслө командалар ҡатнашҡан

Әһәмиәте баһалап бөткөһөҙӘһәмиәте баһалап бөткөһөҙ
Әһәмиәте баһалап бөткөһөҙ

Халыҡ-ара II "Геовызов" геология чемпионатының Башҡортостанда ойошторолоуы тураһында хәбәр иткәйнек инде. Шишмә районында урынлашҡан Максим Серафимов исемендәге хәрби-патриот "Патриот" паркында бәйге тантаналы шарттарҙа ябылды.

Санкт-Петербург тау университеты командаһы Гран-при яуланы. Һигеҙ кешенән торған команданың етәксеһе Юрий Нефедов әйтеүенсә, бәйге бик ҡыҙыҡлы итеп ойошторолған, көслө командалар ҡатнашҡан. Өфө неефть һәм технологиялар университеты командаһы, Ломоносов исемендәге Мәскәү дәүләт университетынан һәм Ҡазан федераль университеты командаларынан  ҡала, III урынды яуланы.

Дәүләт Думаһы депутаты Зариф Байғусҡаровтың һүҙҙәренә ҡарағанда, Башҡортостандың Европа менән Азияның киҫелешендә урынлашыуы менән үҙенсәлекле, республикабыҙҙың тәбиғәте хозур.

– "ГеоВызов"ты ябыу тиккә генә ҡурай моңо менән башланманы, ҡурай – Башҡортостандың символы, флагында уның һүрәте бар, – тине Зариф Зәкир улы. – Бәйгелә ҡатнашыу һеҙгә күп нәмә бирҙе, тамсы ла шигем юҡ. Киләсәктә бер-берегеҙ менән аралашыу йәһәтенән ул ныҡ отошло. Санкт-Петербург тау университетын астырыуға яҡташыбыҙ Исмәғил Тасимов нигеҙ һалған, сәмле бәйгелә ошо вуздың алдынғылыҡты бирмәүе – ҙур ғорурлыҡ.

Фото: Илдар Аҡъюлов.

Автор:Илдар Акьюлов
Читайте нас