Йәмғиәт
12 Сентябрь 2024, 18:00

Һағынып ҡайтам...

Әбейҙәр сыуағында ауылдаштар ни өсөн йыйылды? 

Һағынып ҡайтам...Һағынып ҡайтам...
Һағынып ҡайтам...

Ямғырлы йәйҙән һуң әбейҙәр сыуағы кеше күңелендә өмөт уята, ауыл халҡына эштәрҙе тамамларға мөмкинлек бирә. Мул ҡояш нурҙары күңелдәрҙе иркәләгәндә инәйҙәр ишек алдында  саф һауала аралашып, хәл-әхүәл белешергә яратҡан мәлдә Мәләүез районы Арыҫлан ауылында “Әбейҙәр сыуағы” тип аталған сара уҙҙы.

Мәҙәниәт хеҙмәткәрҙәре ауыл ерендә йәшәгәндәр өсөн төрлө байрам уҙғара,  халыҡтың кәйефтәрен күтәрә. Йәштәр менән эшләүсе белгес Нәсимә Суҡбаева яңыраҡ ауылдаштарҙың ишек алдындағы сәскә түтәлдәрен фотоға төшөрөп ауыл чатына һалды, гүзәллек тыуҙырғандар лайыҡлы халыҡ баһаһын алды. Гөл-сәскәләрҙе арыҫландар айырыуса ярата кеүек, уларҙың төрлөлөгөнән күҙҙәр ҡамаша,  шуға комиссия ағзаларына кемделер еңеүсе итеп айырып билдәләүе еңел булманы.

Сара Нәсимә Суҡбаева менән Нурия Бураҡанованың йырлы-моңло сығышы менән башланып китте, йөрәктән сыҡҡан изге теләктәр күңелдәрҙең нескә ҡылдарын тибрәтте. “Ауыл биләмәһе хакимиәте халыҡтың йәшәү шарттарын яҡшыртыу тураһында даими эш алып бара. Төҙөк ауылдар, ҡупшы йорттар, таҙа урамдар халыҡтың өлгөлө донъя көткәнен күрһәтә. Тырыш халыҡ йәшәгән ауыл биләмәләре өсөн республика һәм район кимәлендә төрлө саралар уҙғарыла. Август айында беҙ “Айыҡ ауыл” республика конкурсында ҡатнашырға теләк белдерҙек. Бөтә донъя айыҡлыҡ көнөн билдәләгәндә бөгөнгө сара ҙур әһәмиәткә эйә”, - тине Нәсимә Сәмиғулла ҡыҙы һәм сәскә үҫтереүселәргә ауыл биләмәһе хакимиәтенең Маҡтау грамотаһын һәм иҫтәлекле бүләген тапшырҙы.

Байрамға ауыл биләмәһендә үткән сараларҙа әүҙем ҡатнашҡан Смаҡ ауылы ағинәйҙәре лә килгәйне. Ғәлиә Татлыбаева илдең яҡты киләсәге, тыныслығы, яуҙағыларҙың имен ҡайтыуы хаҡына доға уҡыны.  Махсус хәрби операцияға ярҙам маҡсатында улар алып барған ирекмәндәр эше менән Кинйәбикә Юлмөхәмәтова таныштырҙы.  Әйткәндәй, арыҫландар ҙа маскировка селтәре үреү, шәмдәр яһау, яугирҙәргә посылка ебәреүҙә әүҙем ҡатнаша.

Йәш быуынға өлгө күрһәткән апай-ағайҙарҙың башҡарған эше бөгөн бик мөһим.

 

 

Һағынып ҡайтам...
Һағынып ҡайтам...
Һағынып ҡайтам...
Автор:Аклима Имамова
Читайте нас