Йәмғиәт
12 Сентябрь 2024, 17:00

Йәберһетелгән ҡатын-ҡыҙ бында таяныс таба

Бындағы миһырбанлы кешеләр өйҙә йәберләүгә дусар ителгән балалы ҡатындарҙы үҙ ҡанаты аҫтына алырға әҙер.

Йәберһетелгән ҡатын-ҡыҙ бында таяныс табаЙәберһетелгән ҡатын-ҡыҙ бында таяныс таба
Йәберһетелгән ҡатын-ҡыҙ бында таяныс таба

Ғаиләлә ауыр хәл килеп тыуһа йәки зәһәр уҫал ғаилә башлығы яҡындарының тормошон ерҙәге тамуҡҡа әйләндерһә, ҡурсыусыһы булмаған әсә балаһы менән ҡайҙа барып һыйына ала?.. Бәхеткә күрә, ундай урындар беҙҙең республикала бар. Шуларҙың береһе – “Мөмкинлек балаларға ярҙам итеү йәмғиәте” коммерцияға ҡарамаған автономиялы ойошмаһы. Бындағы миһырбанлы кешеләр өйҙә йәберләүгә дусар ителгән балалы ҡатындарҙы үҙ ҡанаты аҫтына алырға әҙер.

Ауыр хәлдә ҡалған, хатта бәғзе ваҡыт ғүмеренә хәүеф янаған ҡатын-ҡыҙ был йәмғиәткә уның сайты, социаль селтәрҙәре, ышаныс телефоны аша мөрәжәғәт итә ала. Ойошманың хеҙмәткәрҙәре араһында юрист та, социаль педагог та, ғаилә менән эшләү буйынса белгес тә бар. Улар бәләгә тарыған әсәне тыңлай, хәлде баһалай һәм ул ҡурҡыныс боролош алырға мөмкин булған осраҡта, артабан нимә эшләргә кәрәклеге тураһында мөһим кәңәштәрен бирә. Алдан уҡ “хәүеф сумаҙаны”н, йәғни иң кәрәкле әйберҙәрен йыйып ҡуйырға, күршеләренә хәбәр итергә, сығып китеү буйынса план ҡорорға... Әгәр ҙә инде хәл бик үк борсолоу тыуҙырмаһа, ҡатынға ойошмаға килергә, артабан нимә эшләү тураһында уйлашырға тәҡдим ителә.

Артабан инде эшкә бөтә хеҙмәткәр ҙә тиерлек ҡушыла: ҡатынға рәсми органдарға ғариза яҙып бирергә ярҙам итәләр, айырылышыу була ҡалһа, ниҙәр эшләргә, нимәләргә иғтибар итергә кәрәк икәне буйынса кәңәш бирәләр, ә психолог ауыр кисерештәргә солғанған заттың күңелен дауалау эшен алып бара.

Ойошмала бер-береңә ярҙам итеү төркөмө лә булдырылған. Бында элек йәберһетеү кисергән йә әле иҙелеп йәшәгән ҡатындар килә, улар үҙҙәренең тарихын һөйләй, бер-береһенә терәк булырға тырыша. Төркөмдә психологик яҡтан һауығыуға йүнәлтелгән төрлө саралар ҙа үткәрелә.

Нисек кенә ҡыйын булмаһын, шуны танырға тура килә: үҙ иренән кәмһетелеп, физик яҡтан йәберһетелеп йәшәгән ҡатындар, ҡыҙғанысҡа ҡаршы, бихисап. Уларҙың һәр береһенең – үҙ тарихы, үҙ ауыртҡаны. “Мөмкинлек” ойошмаһы ҡанаттары ҡайырылған, сараһыҙлыҡтың сигенә сыҡҡан гүзәл заттарға, ошо ауыр мөхиттә йәшәргә мәжбүр булған балаларға ярҙам итер өсөн байтаҡ изге эш ҡыла. Бындай әүҙем гражданлыҡ позицияһы булған, йәмғиәттәге кире күренештәр менән көрәшеүгә, мохтаждарға ярҙам итеүгә үҙ өлөшөн индергән ойошмалар бик кәрәк, һәм уларға дәүләт тарафынан иғтибар бүленеүе лә уғата мөһим.

“Мөмкинлек” ойошмаһы үткән йылда “Тормош тәҙрәһе – яңынан башлау” проектын яҙып, Башҡортостан Башлығының коммерцияға ҡарамаған ойошмалар араһында гражданлыҡ йәмғиәтен үҫтереүгә һәм социаль әһәмиәтле проекттарҙы тормошҡа ашырыуға арналған мини-гранттары конкурсында еңеүгә өлгәшә. Гранттарҙың социаль йүнәлешле ойошмаларға үҙ ғәмәлдәрен атҡарыуға яҡшы ярҙам иткәне тураһында һөйләп тороу артыҡтыр.

Беҙҙә яҡшы грант ярҙамы системаһы булдырылған. Һуңғы биш йылда граждандар йәмғиәте институттары 1,5 миллиард һумға тиерлек ошондай ярҙам алды. Беҙҙең коммерцияға ҡарамаған тармаҡ Башҡортостан Башлығы Гранттары фонды һәм Президент гранттары фонды конкурстарында әүҙем ҡатнаша, – тип был йәһәттән республика етәксеһе лә ҡәнәғәтлеген белдергәйне.

“Мөмкинлек” балаларға ярҙам итеү йәмғиәтенең директоры, проекттың етәксеһе Алина ЗАХАРОВА ойошманың эше нисек башланғаны, хәҙергеһе тураһында ентеклерәк һөйләне.

– Ойошмабыҙ 2010 йылда, ҡарауһыҙ ҡалған балаларға (ҡарауһыҙ ҡалған да, тәғәйен йәшәр урыны булмаған да балалар) ярҙам йөҙөнән барлыҡҡа килгәйне. Хеҙмәткәрҙәр ирекмәндәр менән бергә урамға патрулгә сыҡты, унда йөрөгән балаларҙың тамағын хәстәрләне, көндөҙгө үҙәктәргә саҡырҙы.

2011 йылда өйҙәрендә ҡалыу хәүефле булған йә бөтөнләй өйһөҙ балалар өсөн беренсе социаль фатирҙы астыҡ. Күпмелер ваҡыттан һуң урамда ҡарауһыҙ йөрөгән балаларҙың һаны кәмей төштө, улар уҡып, эшләй башланы, үҙ ғаиләһен ҡорҙо. Хәҙер ҡайһылары беҙгә ирекмән булараҡ ярҙам итергә тип тә килә.

2014 йылда ойошма хеҙмәткәрҙәре ауыр тормош хәлендә ҡалған балалы ҡатындарға ярҙам итеү буйынса уҡып сыҡты. Шулай итеп, беҙҙең беренсе социаль фатирға тәүге әсәйҙәр һәм балалар килеп урынлашты. Һәр береһе менән белгестәр эшләне, кәрәкле ярҙамды ойошторҙо. Тап ошо йылдан ойошмабыҙ ҡырҡыу хәлдә ҡалған, шул иҫәптән өйҙә йәберләүҙәргә дусар ителгән әсәләргә социаль, юридик, психологик яҡтан ярҙам итә башланы.

2023 йылда “Тормош тәҙрәһе – яңынан башлау” проекты менән Башҡортостан Башлығы гранттары фондының мини-гранттары конкурсында еңдек һәм кәмһетелеүҙәргә дусар ителеп йәшәгән балалы ҡатындарға төрлө яҡлап булышлыҡ итеүгә финанс ярҙамы алдыҡ. Проектыбыҙҙа 600 кеше ҡатнашты, улар араһында балалар ҙа булды. Ойошма юристары һәм психологтары ҡатын-ҡыҙҙарға үҙ хоҡуҡтарын яҡларға, күңел донъяһын тәртипкә килтерергә ярҙам ҡылды. Әсәләр киҫкен хәлдә үҙеңде нисек тотоу буйынса кәңәштәр алып, стратегия булдырҙы. Ошо эш уларҙың үҙ-үҙҙәренә ышанысын арттырҙы. Киләсәктә бындай хәлгә юл ҡуймаҫҡа ла өйрәткәндер, тип ышанғы килә.

Аныҡ ошо проект тамамланһа ла, беҙ өйөндә иренән йәберһетелеп йәшәгән ҡатын-ҡыҙҙар менән эшләүҙе элеккесә дауам итәбеҙ. Уларға ярҙам ҡылғанда, уларҙың балаларына ла хәүефһеҙ мөхиттә йәшәргә, үҙ ғаиләһендә үҫергә, тәрбиәләнергә ярҙам итәбеҙ, – тине ул.

Донъяны матурлыҡ ҡына түгел, ә мәрхәмәтлек тә ҡотҡарыр, тибеҙ. Һәм “Мөмкинлек” балаларға ярҙам итеү йәмғиәте быны үҙ миҫалында иҫбатлай. Дәүләттең дә был мөһим эштән ситтә ҡалмауы һөйөндөрә.

Рәүилә ҒАТАУЛЛИНА.

Һүрәттәрҙә: ярҙам төркөмө;  кризис үҙәгендәге дәрестәр, ярҙам саралары ҡатын-ҡыҙҙарҙың үҙ-үҙҙәренә ышанысын нығыта; А. Захарова.

Фотолар – “Мөмкинлек” ойошмаһынан.

Йәберһетелгән ҡатын-ҡыҙ бында таяныс таба
Йәберһетелгән ҡатын-ҡыҙ бында таяныс таба
Йәберһетелгән ҡатын-ҡыҙ бында таяныс таба
Йәберһетелгән ҡатын-ҡыҙ бында таяныс таба
Йәберһетелгән ҡатын-ҡыҙ бында таяныс таба
Йәберһетелгән ҡатын-ҡыҙ бында таяныс таба
Автор:Равиля Гатауллина
Читайте нас