Йәмғиәт
12 Сентябрь 2024, 10:00

Ҡолғана аҡһаҡалы юл һалыша

Был эшһөйәр замандашыбыҙға 87 йәш.

Ҡолғана аҡһаҡалы юл һалышаҠолғана аҡһаҡалы юл һалыша
Ҡолғана аҡһаҡалы юл һалыша

Әлеге ваҡытта Бөрйән районының иң төпкөл ауылдарының береһе Ҡолғанала асфальт һалыу эштәре бара. Республика бюджетынан 12 миллион һум аҡса бүленгәс, ошо эште башҡарыуға конкурс иғлан ителгән.

Унда Баймаҡ районының ойошмаһы еңеп сығып, әлеге ваҡытта асфальт түшәү эштәрен башҡара. Урамға бер км оҙонлоғонда асфальт һалынасаҡ.

Шуныһы ҡыуаныслы: юл һалышыуға 87 йәшлек Ҡолғана ауылы аҡһаҡалы Ғәйфәлла Мөхәмәҙиев тә булыша. Афарин!

Фото: "Бөрйәндәр" төркөмөнән.

Автор:Карима Усманова
Читайте нас