Бөгөн Өфөнөң иң үҙәгендә заманса, ҙур һәм матур бина асылды. Ә иң ҡыуаныслыһы – ул беҙҙең башҡорт китабының өйө. Эйе, ҡурай моңдарын уйнатып баш ҡалала З. Биишева исемендәге “Китап” нәшриәтенең фирма магазины үҙ ишектәрен асты. Әйткәндәй, ул Өфөнөң 450 йыллыҡ юбилейына ҡарата асылған объекттарҙың береһе лә булды.
“Китап”ты асыу тантанаһына Башҡортостан Хөкүмәте Премьер-министрының беренсе урынбаҫары Урал Килсенбаев, Дәүләт Думаһы депутаты Эльвира Айытҡолова, Матбуғат һәм киң мәғлүмәт саралары буйынса агентлыҡ етәксеһе Максим Ульчев, башҡа рәсми кешеләр, яҙыусылар һәм шағирҙар ҡатнашты.
Ҡыҙыл таҫманы киҫкәндән һуң ҡунаҡтар киң магазинға үтте. Бында нәшриәттең баш мөхәррире Зөлфиә Ҡарабаева экскурсия үткәрҙе һәм магазин менән таныштырҙы. Бында Зәйнәб Биишева исемендәге “Китап” нәшриәте китаптары: дәреслектәр, нәфис һәм тарихи әҙәбиәт, фольклор, сәнғәт буйынса баҫмалар, балалар китаптары, шулай уҡ башҡа төбәктәрҙә сыҡҡан милли әҙәбиәт тупланған. Бынан тыш, Рус география йәмғиәте һәм Рәсәй хәрби-тарихи йәмғиәте баҫмаларының стендтары бар.
Китаптарҙан тыш, магазинда Өфө һәм республика символикаһы төшөрөлгән канцелярия тауарҙары, уйындар һәм сувенирҙар – футболкалар, сумкалар, декоратив тәрилкәләр, календарҙар һәм башҡа әйберҙәр һатып алырға мөмкин. Яңы магазинда ваҡытлы матбуғат – беҙҙә сыҡҡан гәзит һәм журналдың һуңғы һандарын һатып алырға була.
Әйткәндәй, беренсе вице-премьер Урал Килсенбаев магазинды ҡарап сыҡҡас, буш ҡул менән китмәне. Ул балаларына Рәсәй тарихына арналған китаптар, Башҡортостан журналистарының махсус хәрби операцияла булыуҙарына арналған китап һәм Рәсәйҙең спилс-картаһы уйынын алды.
– "Китап" нәшриәтенә 105 йыл тулырға тора, юбилей алдынан яңы магазин асылыуы бик ҡыуаныслы ваҡиға тип иҫәпләйем. Уның Өфө үҙәгендә урынлашыуы бик һәйбәт. Яҡын тирәлә юғары һәм урта уҡыу йорттары, баш ҡалаға килгән барлыҡ ҡунаҡтар, туристар бында инеп сыға, китаптар һәм сувенирҙар ала ала. Тик бер нисә сәғәт бүлегеҙ, сөнки магазин бик бай, яйлап ҡарарға, алырға була, - тине ул.
Магазинда китап һатып алыуҙан тыш яҙыусылар, шағирҙар менән осрашыуҙар үткәреү ҙә мөмкин. Бының өсөн махсус майҙансыҡ булдырылған.
Беҙ форсаттан файҙаланып “Китап” нәшриәте етәксеһе Эльмира Хәйретдинова менән дә аралаштыҡ. Ул яңы магазиндың урынлашҡан урыны бик уңышлы тип иҫәпләй.
– Элек беҙҙең магазин “Мир” фирмаһы” туҡталышында урынлашҡайны һәм ҙур түгел ине, яҡынса 60 квадрат метр булды. Республика Башлығы Радий Хәбиров булышлығында беҙ ҡала үҙәгенә күсә алдыҡ, һәм китап лайыҡлы урын алды. Яңы магазиндың майҙаны – 180 квадрат метр, был киңерәк ассортимент тәҡдим итергә мөмкинлек бирә. Өфө үҙәге һатып алыусылар өсөн уңайлыраҡ, бында магазинға инергә теләүсе туристар күп. Бынан тыш, ул башҡа райондарҙа йәшәүселәр өсөн дә асыҡ: йәмәғәт транспорты туҡталышы эргәлә генә, – тине ул.
Айрат Нурмөхәмәтов фотолары.