Сибай ҡалаһынан Ксения һәм Айҙар Сәлмәновтар 2014 йылдың 14 февралендә өйләнешкән. Бөгөн ошо ҙур һәм татыу ғаиләлә 5 ул һәм 2 ҡыҙ үҫеп килә: Арсен, Алмас, Юлия, Илдар, Дания, Кәрим һәм Сәлмән.
«Өләсәйҙәребеҙ Галина Михайловна һәм Светлана Миҙхәт ҡыҙының ярҙамы ныҡ, әлбиттә, өлкәнерәк балалар Арсен, Алмас һәм Юлия ла ҡул араһына инде, улар ярҙам итмәһә, ҡыйыныраҡ булыр ине», — ти ғаилә башлығы Айҙар.
Ғаилә йылында Сәлмәновтарҙың тормоштарын тағы ла балҡытып кескәй Сәлмәндең тыуыуы - үҙе бер оло бәхет!
Барыһы ла һау-сәләмәт булһын!
Фото: телеграм