Йәмғиәт
14 Сентябрь 2024, 12:00

Уҡытыусыға - иҫтәлекле тәңкә

Тәңкәнең тиражы 1 млн дана.

Уҡытыусыға - иҫтәлекле тәңкәУҡытыусыға - иҫтәлекле тәңкә
Уҡытыусыға - иҫтәлекле тәңкә

Рәсәй банкы 12 сентябрҙә "Хеҙмәт кешеһе" серияһындағы 10 һумлыҡ иҫтәлекле тәңкәне әйләнешкә сығарҙы. Тәңкәнең алғы яғында түңәрәк буйлап яҙыуҙар урынлашҡан: өҫкө өлөшөндә Рәсәй банкы, аҫҡы өлөшөндә 2024 йыл тип яҙылған. Һулда һәм уңда лавр һәм имән ботаҡтары һүрәттәре урын алған. Үҙәктә 10 һаны һәм уның аҫтында тәңкә номиналын билдәләүсе "10 рублей" яҙыуы бар. Тәңкәнең икенсе яғында мәктәп таҡтаһы һәм белем биреү темаһына бәйле әйберҙәр менән өҫтәл янында уҡытыусының рельефлы һүрәте урынлашҡан.

Был тәңкә Уҡытыусылар байрамы алдынан уҡытыусы хеҙмәтенә оло бүләк буласаҡ.

Фото: телеграм

Автор:Карима Усманова
Читайте нас