Йәмғиәт
19 Сентябрь 2024, 17:45

Андрей Назаров Виталий Мутко менән осрашты

Башҡортостан Хөкүмәте Премьер-министры Андрей Назаров ДОМ.РФ етәксеһе Виталий Мутко менән эшлекле осрашыу үткәрҙе.

Андрей Назаров Виталий Мутко менән осраштыАндрей Назаров Виталий Мутко менән осрашты
Андрей Назаров Виталий Мутко менән осрашты

"2030 йылдан Башҡортостанда дүрт миллион квадрат метрҙан артығыраҡ торлаҡ сафҡа индерелергә тейеш. Яңы төҙөлгән райондарҙы инфраструктура менән тәьмин итергә кәрәк. ДОМ.РФ ярҙамы менән был мәсьәләләрҙе хәл итә алабыҙ.  

Мин 110 гектар федераль ерҙе үҙләштереүебеҙ тураһында һөйләнем, уларҙа 440 квадрат метрҙан артыҡ торлаҡ төҙөргә була. Яңы өйҙәр, юлдар, инженер селтәрҙәре менән бергә ундағы халыҡ мәктәптәр, балалар баҡсалары, мәҙәниәт һәм ял объекттарын файҙаланыуға аласаҡ. 

Бөгөн ипотекаға кредит алыуға адреслы ярҙам саралары айырыуса мөһим. Үткән йылда 19 IТ-белгес түбән ставкалы ипотека кредиты алыуға өлгәште. 

ДОМ.РФ ярҙамында республикала меңәрләгән башҡортостанлының тормошон яҡшыртырлыҡ проекттар тормошҡа ашырыла. 

Бергәләшеп шулай уҡ "Ағиҙел аръяғы" ("Забелье") инфраструктура проектының икенсе өлөшөн бойомға ашырабыҙ. Ул 100 меңдән ашыу ғаиләне коммуналь инфраструктура менән тәьмин итергә булышлыҡ ҡыласаҡ. 

Беҙ коммуналь техникаға льготалы лизинг буйынса яңы программаны башлауҙа беренсе булырға әҙербеҙ. Федераль проекттарҙы тормошҡа ашырыу буйынса Башҡортостандың етди тәжрибәһе бар. Эшләйбеҙ!" - тип яҙҙы А. Назаров социаль селтәрҙәрҙә. 

Сығанаҡ: vk.com/agnazarov?from=search

Андрей Назаров Виталий Мутко менән осрашты
Андрей Назаров Виталий Мутко менән осрашты
Автор:Равиля Гатауллина
Читайте нас