Йәмғиәт
20 Сентябрь 2024, 14:30

Өфө Һыу башняһы һәм Ағиҙел яры баҫҡыс менән тоташасаҡ

20 сентябрҙә Өфө буйлап эш сәфәрендә Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров төбәк әһәмиәтендәге мәҙәни мираҫ объектын – Телеүҙәк артындағы Алтай урамында урынлашҡан Һыу ҡыуҙырыу башняһын ҡараны.

Өфө Һыу башняһы һәм Ағиҙел яры баҫҡыс менән тоташасаҡӨфө Һыу башняһы һәм Ағиҙел яры баҫҡыс менән тоташасаҡ
Өфө Һыу башняһы һәм Ағиҙел яры баҫҡыс менән тоташасаҡ

20 сентябрҙә Өфө буйлап эш сәфәрендә Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров төбәк әһәмиәтендәге мәҙәни мираҫ объектын – Телеүҙәк артындағы Алтай урамында урынлашҡан Һыу ҡыуҙырыу башняһын ҡараны. Уның эргә-тирә биләмәһе ҡала хакимиәте башланғысына ярашлы төҙөкләндерелә. 1900-1901 йылдарҙа уҡ төҙөлгән боронғо бина күп йылдар үҙ тәғәйенләнеше буйынса файҙаланылмай, әммә был урынға ҡала халҡы һәм туристар килергә ярата.

Өфө хакимиәте башлығы Ратмир Мәүлиев белдереүенсә, Һыу ҡыуҙырыу башняһы муниципаль милеккә тапшырылғандан һуң бинаны реконструкциялау проектын әҙерләргә ниәтләйҙәр. Объект биләмәһен төҙөкләндереүгә 2024 йылдың йәйендә тотонғандар ҙа. Төҙөүселәр тротуарға плиткә түшәгән, тышҡы һәм эске яҡтыртҡыс ҡуйылған.

Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров төҙөкләндереү барышы менән танышты һәм мәҙәни мираҫ объектын артабан үҫтереү буйынса пландар менән ҡыҙыҡһынды. Ратмир Мәүлиев объект биләмәһенә ағас ултыртыу, Ағиҙел йылғаһына ҡаратып эскәмйәләр ҡуйыу, шулай уҡ яр буйынан бында тиклем баҫҡыстар һуҙыу планлаштырылыуы тураһында һөйләне.

Мәғлүмәт сығанағы: https://glavarb.ru/rus/press_serv/novosti/183578.html

Автор:Аклима Гизатуллина
Читайте нас