Яҙмабыҙҙың геройын Мәләүез ҡалаһында белмәүсе һирәктер. Яғымлы йөҙлө, күҙҙәренән нур бөркөлөп торған яҡты күңелле кеше ул 4-не урта мәктәптең татар теле һәм әҙәбиәте уҡытыусыһы Айгөл Фәүәрис ҡыҙы.
Күк йөҙөндә балҡыған ай-ҡояштай, исеме есеменә туп-тура килеп, тирә-яҡтағыларға яҡтылыҡ таратыусы ханым да. 1975 йылда Федоровка районы Ҡораласыҡ ауылында биш баланың дүртенсеһе булып, Фәүәрис һәм Гөлйөҙөм Исмәғилевтәр ғаиләһендә донъяға килә ул. Бала саҡтан алып тырыш, маҡсатлы булып үҫкән ҡыҙ урта мәктәпте тамамлағандан һуң Стәрлетамаҡ педучилищеһында уҡый. Һуңғы курста уҡыған саҡта татар теле һәм әҙәбиәте буйынса үткәрелгән республика олимпиадаһы һөҙөмтәләре буйынса Башҡорт дәүләт университетында уҡыу мөмкинлеге асыла. Әйткәндәй, билдәле шәхес Дәрдмәндтең "Карап" шиғыры буйынса яҙылған иншаһы йәш ҡыҙҙың буласаҡ яҙмышын хәл итә торған фактор була. 19 йәше генә тулған Айгөлгә үҙе уҡыған уҡыу йортонда эшкә ҡалырға тәҡдим яһайҙар. Мәҡәләбеҙ геройы дүрт йыл студенттар уҡыта, йәмәғәт эштәрендә лә ҡатнашырға (Стәрлетамаҡ татар йәштәре ойошмаһы рәйесе урынбаҫары вазифаһын алып бара), юғары уҡыу йортонда белем алырға ла өлгөрә. Мәләүез егете Рәшит менән сәсте-сәскә бәйләгәндән һуң, ул хеҙмәт юлын Мәләүез ҡалаһында дауам итә.
Айгөл Фәүәрис ҡыҙын беҙ иң беренсе сиратта "уҡытыусы" һүҙенең асылын асыусы булараҡ беләбеҙ. Уҡыусылар өсөн генә түгел, атай-әсәйҙәр, коллегалары өсөн дә ул өлгө булырлыҡ, тәрән ихтирамға лайыҡ кеше.
Балалар баҡсаһында, колледжда, мәктәптә - ҡайҙа ғына эшләмәһен, уны үҙ-үҙенә һәм тирә-йүндәгеләргә талапсан, эште еренә еткереп эшләй белеүсе, яңынан-яңы бейеклектәргә үрләүсе шәхес булараҡ беләләр. Уның уҡыусылары төрлө дәрәжәлә үткән конкурстарҙа, фәнни-ғәмәли конференцияларҙа ҙур теләк менән ҡатнашып, призлы урындар яулай. Айгөл Фәүәрис ҡыҙы уҡыусыларға шәхес булараҡ ҡарай белә, һәр баланың күңеленә асҡыс ярата, үҙе артынан эйәртә ала, эҙләнеүсән, ҡыҙыҡһыныусан һәм иң мөһиме – рухлы киләсәк тәрбиәләй. Бына ошо сифаттары уны - тәжрибәле уҡытыусыны, үҙ эшенең оҫтаһын тағы ла мәртәбәлерәк итә. Бик күп йылдар ул район һәм ҡала татар теле уҡытыусыларының методик берләшмәһен етәкләй. Айгөл Фәүәрис ҡыҙы эшләгән осорҙа “Татар ҡыҙы”, "Әбейемдең һандығы", "Яңы йыл - татарса", "Атай-әсәйҙәр конференцияһы" проекттары үткәрелә.
15 йылдан артыҡ үҙе эшләгән мәктәптә туған телдәр һәм методик эштәр буйынса директор урынбаҫары булып эшләй. Башҡортостанда сыҡҡан татар теле дәреслегенә, практик-уҡытыусы булараҡ, рецензия яҙыусы, татар телендә сыҡҡан гәзиттәрҙә мәҡәләләр баҫтырыусы, үҙе лә ҡәләм тибрәтеүсе шәхес ул яҙмабыҙ геройы. Рәсәйҙә Уҡытыусы һәм остаз йылы, Татарстанда Милли мәҙәниәттәр һәм ғөрөф-ғәҙәттәр йылы уңайынан татар сауҙагәрҙәре һәм меценаттарҙың үткәне һәм бөгөнгөһө тип исемләнгән IV Республика конкурсы еңеүсеһе. Бик күп һанлы Маҡтау грамоталары, Рәхмәт хаттары ла нәҡ шул хаҡта һөйләй. Тормош иптәше Рәшит Вәкил улы менән 25 йылдан артыҡ иңгә-иңде терәп ғүмер юлынан атлайҙар. Ике ҡыҙ, бер улға ғүмер бүләк иткән, яҡшы тәрбиә биргән изге әсә лә, тормош иптәше өсөн ышаныслы терәк тә ул. Яҡындары өсөн йән атып торған, кешеләргә ҡарата тик изгелек бөркөлөп торған күңелендә барыһы өсөн дә айырым урын бар Айгөл Фәүәрис ҡыҙының.