+20 °С
Болотло
Өфө тамадаһы туй үткәреү өсөн аҡса алған да үҙе тантанаға килмәгән. НТВ телеканалы хәбәр итеүенсә, Рөстәм Хәсәнов бер нисә парҙы алдаған. Ул үҙенең, шулай уҡ диджейҙар, тауыш режиссерҙары һәм башҡа артистарҙың эше өсөн аҡса алған икән. Шоумен 300 мең һумдан ашыу аҡсаны үҙләштергән. Ҡайһы берҙәре Рөстәмгә бурысҡа биргән (йәнәһе лә әсәһен дауалау өсөн).
Эске эштәр министрлығында әлеге осраҡ буйынса тикшереү башланған.
Фото һәм текст сығанағы: "Башҡортостаным. Яңылыҡтар"