Көндәр бер аҙ йылытты, иртәнән кискә ҡәҙәр ҡояш йылмая, ҡыҫҡаһы, әбейҙәр сыуағы тантана итә. Юл йөрөүселәр тап ошо ваҡытта үҙенә күрә бер ҡыҙыҡлы күренешкә иғтибар иткәндер – һыйыр, ат, һарыҡ-кәзә кеүек йорт хайуандары ни өсөндөр урман йәки ялан ҡыҙырып йөрөмәй, ә нәҡ оло юлға сыға, ауыл тирәһендә булһа, хатта ҡош-ҡорт та.
Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, улар шәп тиҙлек менән барған автомобилдәргә бәрелеп ҡазалана йәки һәләк тә була. Мал ҡайғыһы ҡайғы түгел, тиҙәр. Һыйыр малы машинаға бәрелеп имгәнеүҙән айырмалы, юл-транспорт ваҡиғаһында әҙәм балаларының ғүмерҙәре өҙөлә. Иң үкенеслеһе бына ошо.
Шуға күрә лә водителдәргә кәңәш шундай: юлда йөрөгәндә, айырыуса төндә, үтә лә иғтибарлы булығыҙ!
Фото: Илдар Аҡъюлов.