Ошо турала ул социаль селтәрҙәрҙә яҙма ҡалдырған. “Курск һәм Белгородтан ҡайттым. Унда төбәк Башлығы ҡушыуы буйынса ҙур гуманитар конвой алып барҙыҡ.
Мэрҙарҙың милли рейтингы йомғаҡтары менән хәбәр алдым. Ысынлап та, хәҙер беҙҙең бурыстар етерлек: йылытыу миҙгеле, төҙөкләндереү миҙгелен тамамлау, ҡышҡа әҙерлек, ағастар ултыртыу. Эш күп, шуға күрә мәҡәләне уҡыным да артабан эшләй башланым. Радий Фәрит улы әйтеүенсә, төн уртаһында бөтә ҡаҙаныштар ҙа нулгә әйләнә.
Халыҡтың һәр яҡлап ярҙамы булмаһа, Радий Фәрит улы булышлыҡ итмәһә, баш ҡалабыҙҙағы әлеге үҙгәрештәр булмаҫ ине. Артабан да алға барабыҙ, ә минең эшемә өфөләр баһа бирәсәк”, – тигән ул.
Фото: Р. Мәүлиевтең сәхифәһенән.