Бөтә яңылыҡтар
Йәмғиәт
29 Сентябрь , 13:25

Белемгә ынтылыш көслө

Милли проекттар май указдары нигеҙендә бойомға ашырыла.

Белемгә ынтылыш көслө
Белемгә ынтылыш көслө

Рәсәйҙә, шул иҫәптән, Башҡортостанда милли проекттар уңышлы тормошҡа ашырыла. Мәҫәлән, республикабыҙҙа "Хеҙмәт етештереүсәнлеге" (национальный проект "Производительность труда") тигән милли проектҡа иғтибар көслө. Шул иғтибарға лайыҡ, милли проекттарҙың барыһы ла Рәсәй Президенты Владимир Владимирович Путиндың Май указдары нигеҙендә бойомға ашырыла.

Төбәк компетенциялары үҙәгенән хәбәр итеүҙәренсә, Башҡортостанда республикабыҙҙың ҡала һәм райондарының хакимиәт белгестәре, инвесторҙың клиент юлын ҡыҫҡартыу буйынса, белем эстәү мөмкинлегенә эйә.

Ошо инициатива "Хеҙмәт етештереүсәнлеге" милли проектына тап килә һәм "Тура инвестицион юл" программаһы нигеҙендә тормошҡа ашырыла. Уны Дәүләт идара итеүҙең Юғары мәктәбе – Президент академияһы институты менән берлектә "Росатом" дәүләт корпорацияһы һәм Рәсәйҙең Иҡтисади үҫеш министрлығы уйлап тапҡан. Маҡсаты – һаҡсыл етештереүсәнлек өлкәһендә эксперттар әҙерләү һәм төбәктәрҙә муниципалитет белгестәрен уҡытыу.

– Президент академияһы һәм "Росатом" белгестәре, производствола, социаль өлкәлә, коммуналь хужалыҡта, инвестицион сәйәсәттә  эштәрҙе ҡулайлаштырыу йәһәтенән, дүрт модулдә бөтә тәжрибәне йыйған, – тип һөйләй Рәсәй иҡтисади үҫеш министры урынбаҫары Морат Керефов. – Һаҡсыл технологиялар үҙҙәрен тик ыңғай яҡтан күрһәтте. Быларҙың барыһы ла Хөкүмәттең иҡтисади блогында төп маҡсаттарҙың береһе – инвестиция үҫешенә килтерә.

Программаның беренсе ағымында Президент академияһы филиалдарының (илебеҙҙең 13 төбәге) 32 хеҙмәткәре уҡыған, шул иҫәптән, Башҡортостандан да белгестәр белем алған. "Тура инвестицион юл" һаҡсыл проекты төбәк инвестицион стандарттар сиктәрендә эшләнгән. Уға тиклем унда ете төбәк ҡатнашҡан, ысынлап та, улар инвесторҙарҙы инженерлыҡ селтәренә тоташтырыу ваҡытын ҡыҫҡартыуға өлгәшкән.

– Республика федераль инициативаларҙы һәм проекттарҙы тормошҡа ашырыуҙа майҙансыҡ булып бер йыл ғына ҡатнашмай, – тине Башҡортостан иҡтисади үҫеш һәм инвестицион сәйәсәт министры Рөстәм Моратов. – Беҙ "Хеҙмәт етештереүсәнлеге" милли проектын уңышлы башланыҡ, унда төбәктең 183 предприятиеһы ҡатнашты һәм иҡтисади һөҙөмтәгә өлгәштек (4,4 миллиард һум, ул тағы ла арта бара). Шулай уҡ беҙ бөтә төбәк инвестицион стандарт инструменттарын ҡулланыуға индерҙек һәм был йүнәлештә төбәк-лидер һаналдыҡ.

Иҫегеҙгә төшөрәбеҙ, Башҡортостан, инвесторҙар менән тығыҙ хеҙмәттәшлек булдырыу йәһәтенән, Рәсәйҙә алдынғы төбәктәрҙән иҫәпләнә. Ошо уңышлы алым арҡаһында яуап көтөү ваҡыты ун көндән дә артмай, ә инде ҡатмарлы мәсьләләр утыҙ тәүлек эсендә хәл ителә. Ҡулланыуға индерелгән система дәүләт һәм муниципаль хеҙмәттәрҙең Берҙәм порталы базаһында эшләйәсәк.

Фото: Айрат Нурмөхәмәтов.

#ВладимирПутин #национальныепроекты#нацпроекты

#региональныепроекты#регпроекты#нацпроектыБашкортостан

Автор:Илдар Акьюлов
Читайте нас: