Кисә кис менән бик ауыр яңылыҡ билдәле булғайны. “Башҡортостан” дәүләт телерадиокомпанияһы филиалы директоры урынбаҫары, республиканың атҡаҙанған матбуғат һәм киң мәғлүмәт саралары хеҙмәткәре Уйылдан Ғәлин арабыҙҙан китте. Билдәле журналистың вафаты тураһында уның ҡатыны хәбәр итте. Вилдан Нурғәли улына 45 кенә йәш ине.
Әле асыҡланыуынса, уның менән бәхилләшеү, иртәгә, 30 сентябрҙә иртәнге сәғәт 10-да Өфө Телеүҙәге бинаһы алдында була.
Ишембай районы егете Уйылдан Ғәлин киң мәғлүмәт сараларында – тәүҙә радиотапшырыуҙар системаһында, һуңынан телевидениела хеҙмәт итте. Үҙ карьераһында ул меңләгән репортаж, сюжет, интервью һәм тура эфир әҙерләгән. Ул журналистикаға ғүмеренең 24 йылын арнаған.
Хеҙмәттәшебеҙҙең ғаиләһенең ауыр ҡайғыһын уртаҡлашабыҙ. Тыныс йоҡла, Уйылдан...