Ошо көнгә тиклем Баймаҡ районы хакимиәте башлығы вазифаһын башҡарған Фәнис Ғәбдрәшит улы Әминев социаль селтәрҙәге сәхифәһендә вазифаһынан китеүе тураһында яҙма менән уртаҡлашты.
“Хөрмәтле район халҡы!
Килешеү ваҡытының уҙыуына бәйле 2024 йылдың 30 сентябренән Баймаҡ районы муниципаль районы хакимиәте башлығы вәкәләттәрен һалдым. Яҡын арала вакантлы вазифаны биләүгә конкурс иғлан ителәсәк.
Хөрмәтле яҡташтар! Ауырлыҡтарға ҡарамаҫтан, һеҙҙең менән бергә тыуған районыбыҙҙы үҫтереүҙә уңыштарға өлгәшә алдыҡ. Бөтә йәһәттән иң яҡшы районды етәкләргә ышаныс күрһәткәндәре өсөн Баймаҡ районы халҡына һәм республика етәкселегенә ысын күңелдән рәхмәт белдерәм. Район бай тарихлы һәм ғәйәт ҙур потенциалға эйә. Мин һәр ваҡыт кесе Ватанымдың патриоты булдым һәм булып ҡалам.
Барығыҙға ла ныҡлы һаулыҡ һәм һәр башланғысығыҙҙа уңыштар теләйем!” – тип яҙҙы Фәнис Әминев.
Ф.Ғ. Әминев Баймаҡ районы хакимиәте башлығы булып 2019 йылдың октябренән эшләне. Ошо арала район хакимиәте башлығы вазифаһын биләүгә конкурс иғлан ителәсәк.
Фото һәм сығанаҡ: vk.com/fanisaminev