Башҡортостанда ололар көнө алдынан Башҡортостанстат йөҙйәшәрҙәрҙе һанаған. Республикала йәмғеһе 140 кеше 100 йәшлек юбилейын билдәләгән.
Оҙаҡ йәшәү серҙәре нимәлә һуң?
Һалҡынса бүлмәлә йәшәгеҙ.
Көн һайын өҫтәлегеҙҙә йәшелсә, ҽләк-ҽмеш торһон. Иң файҙалы йәшелсә – сөгөлдөр. Шунан фасоль, ҡабаҡ, кишер, томат, болгар боросо, шпинат, салат, алма, виноград, слива.
Итте һирәк ашарға тырышығыҙ.
Аҙ-аҙлап, әммә йыш ашағыҙ. Аҙ ашалһын өсөн, һыу эсегеҙ.
Ураҙа тотоу файҙалы, һөйәктәр ҽңеләйеп китә, йөрәк тә йәшәргән кеүек була.
Көн уртаһында ярты сәғәт йоҡлап алығыҙ.
Ашағандан һуң йоҡламағыҙ, сөнки ҡан ҡуйырып, май ҡан тамырҙарына ултырып ҡала.
Саф һауала йышыраҡ булығыҙ.
Сәтләүек ашағыз.
Кешеләр менән яҡшы мөғәмәләлә булығыҙ.
Кәйефегеҙ булмаһа, күп итеп йөрөгөҙ. Һыу керегез, ул һағышығыҙҙы бөтөрөр.
Аҙнаһына бер тапҡыр сәтләүек, алма ғына ашап тороғоҙ. Иртән һигеҙ алма һәм һигеҙ сәтләүек әҙерләгеҙ. Һәр ике сәғәт һайын берәр алма һәм сәтләүек ашағыҙ.
Организмығыҙ арыған, ҡулдан эш киткән кеүек булһа, көнөнә ике-өс кишер ашағыҙ.
Йәйҽн күп итеп ҽләк ашағыҙ.
Кешеләргә үпкәләмәгеҙ, улар менән бәхәсләшмәгеҙ.
Айрат Нурмөхәмәтов фотоһы.