Бөтә яңылыҡтар
Йәмғиәт
1 Октябрь , 22:30

Ауыл хужалығындағы мал һәм ҡош-ҡорт иҫәбе тикшерелде

Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте Премьер-министры вазифаһын башҡарыусы Андрей Назаров етәкселегендә үткән ултырышта ауыл хужалығы малдарын идентификациялау һәм теркәү буйынса эш, шулай уҡ уның агросәнәғәт комплексын үҫтереү өсөн әһәмиәте ҡаралды.

Ауыл хужалығындағы мал һәм ҡош-ҡорт иҫәбе тикшерелде
Ауыл хужалығындағы мал һәм ҡош-ҡорт иҫәбе тикшерелде

2018 йылдан республикала мал-тыуарҙы теркәү буйынса саралар башланды, әммә ул мәлгә иҫәпләү һәм маркировкалау өсөн норматив-хоҡуҡи база булманы. Ултырышта идентификация буйынса «юл картаһы» раҫланды, был ауыл хужалығы малына билдә ҡуйыу һәм иҫәпкә алыу буйынса күләмле эшкә нигеҙ һалды.

— Илдең айырым төбәктәрендә малдарҙың йоғошло ауырыу сығанаҡтарын даими асыҡлауҙы иҫәпкә алып, ауыл хужалығы малы иҫәбен оператив мониторинглау айырым әһәмиәткә эйә була бара. Ул малдың күпләп ҡырылыуын булдырмаҫҡа ярҙам итә , - тип һыҙыҡ өҫтөнә алды Андрей Назаров.

Ошо хаҡта ентекләберәк Башҡортостандың Ветеринария буйынса дәүләт комитеты рәйесе вазифаһын башҡарыусы Азат Йыһаншин һөйләне. 2023 йылда РФ Хөкүмәтенең мал-тыуарға тамға ҡуйыу тураһында ҡарары ҡабул ителә, 2024 йылдың 1 мартынан бөтә илдә идентификациялау башлана. Был малдарҙы күҙәтергә, продукцияның хәүефһеҙлеген тәьмин итергә һәм иҫкәртеү сараларын һөҙөмтәле планлаштырырға, шулай уҡ сир сығанаҡтарын оператив асыҡларға ярҙам итә.

Системаға ярашлы, малды тыуғандан алып «Хорриот» федераль дәүләт мәғлүмәт системаһы мәғлүмәттәре базаһында теркәйҙәр. Үҙенсәлекле мәғлүмәт һәм номер 50 йыл ғәмәлдә була. Мал һуйылған йәки һәләк булған осраҡта хужалар биш эш көнө эсендә ветеринарға хәбәр итергә тейеш.

Беренсе этапта был йылдың 1 сентябренә тиклем «Хорриот» федераль мәғлүмәт системаһында һыйыр һәм йылҡы малы, сусҡалар һәм сәнәғәт секторындағы ҡош-ҡорт теркәлергә тейеш ине.

Артабан 2025 йылдың мартына тиклем – шәхси ярҙамсы хужалыҡтарҙағы аттарҙы, ә сентябргә тиклем бал ҡорттарын, дөйәләрҙе, боландарҙы һәм сәнәғәт өлкәһендәге йорт ҡуяндарын теркәргә кәрәк.

Шулай уҡ 2025 йылдың сентябренә ваҡ малды иҫәпкә алыу ваҡытын күсереү тураһында ҡарар проектына үҙгәрештәр индерелде.

— 2024 йылдың 27 сентябренә ҡарата «Хорриот» компонентында 838 мең баш эре мөгөҙлө мал, 568 мең баш сусҡа, 108 мең баш йылҡы малы, 10 миллион 400 мең ҡош-ҡорт теркәлгән, — тине Азат Йыһаншин.

Ветеринария хеҙмәте идентификациялау эшен цифрлаштырырға һәм автоматлаштырырға ынтыла. 700-ҙән ашыу ветеринар табип иҫәп һәм мониторинг алып барыу өсөн мобиль ҡушымта ҡуллана. Участка ветеринарҙары үткәрелгән ветеринария сараларын электрон төрҙә теркәй. Бер нисә секунд эсендә хайуандарҙың иҫәбе, уларҙың кемгә ҡарауы тураһында көнүҙәк мәғлүмәт алырға һәм уларҙың күсеүен күҙәтеп барырға, шулай уҡ ветеринария именлеген раҫларға мөмкин.

Кәңәшмә аҙағында Премьер-министр вазифаһын башҡарыусы Андрей Назаров Башҡортостан Республикаһының Ветеринария буйынса дәүләт комитетына муниципалитет хакимиәттәре башлыҡтары менән берлектә «Хорриот» Федераль ветеринар һәм фитосанитор күҙәтеү хеҙмәте системаһына федераль закон менән билдәләнгән ваҡытҡа ярашлы бөтә ауыл хужалығы малдары һаны тураһында мәғлүмәт индереүҙе тәьмин итергә һәм ауыл хужалығы малдарын идентификациялауҙы айырым контролгә алырға ҡушты.

Фото: www.pravitelstvorb.ru

Автор:Нурзиә Хәсәнова
Читайте нас: