Был мәсьәләне Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте Премьер-министры вазифаһын башҡарыусы Андрей Назаров етәкселегендәге ултырышта тикшерҙеләр.
– Быйыл республикала 7,2 мең самаһы кеше, шул иҫәптән беренсе ярҙам күрһәтеү оҫталығына өйрәтеүсе 44 инструктор тейешле курс үткән. Унда ҡатнашыусылар тактик аптечкаларҙы ҡулланыу ҡағиҙәләрен, йәрәхәтләнгәндә һәм бәхетһеҙ осраҡта үҙеңә һәм бер-береңә ярҙам итеү тәртибен, шулай уҡ башҡа кәрәкле алымдарҙы өйрәнде, – тине Башҡортостан Хөкүмәте премьер-министры вазифаһын башҡарыусы Андрей Назаров.
Теләгән һәр кем беренсе медицина ярҙамы күрһәтеү буйынса уҡый ала. Комплекс төрлө йәш төркөмдәре өсөн өс баҫҡыстан тора: 7 – 11 йәштәрҙәге балалар, 12 – 17 йәштәрҙәге үҫмерҙәр һәм 18 йәштән өлкәндәр. Төркөмдәрҙә 15 кеше уҡый. Программа теоретик һәм практик әҙерлекте үҙ эсенә ала.
– Андрей Назаров Мәғариф министрлығына һәм Һаулыҡ һаҡлау министрлығына белем биреү учреждениеларын дәүләт мәғариф стандарттары комплексын тормошҡа ашырыуға йәлеп итергә ҡушты. Халыҡты беренсе ярҙам күрһәтеү нигеҙҙәренә өйрәтеү мәсьәләләрен республика муниципалитеттары башлыҡтары менән кәңәшмәләрҙә квартал һайын тикшерәсәкбеҙ, – тине ул.