Бүздәк районына эш сәфәре мәлендә Ахун ауылы эргәһендәге үҙенсәлекле шишмә – “Әүлиә ҡойоһо”н тап иттек. Ул матур итеп ҡоймаланған, уны халыҡтың ҡарап, тәрбиәләп тороуы күренеп тора. Һыуын алыуҙы ла бик уңайлы итеп эшләгәндәр.
Ауылдан ситтәрәк тау башында урынлашһа ла, халыҡ әле лә килә. Һыуы тәмле, юшҡыны сәйнүккә ултырмай тигән һүҙҙәр ишеттек. Ахун ауылы аҡһаҡалы Фәзит Ғәзизовтан был ҡойоноң тарихы тураһында ҡыҙыҡһындыҡ.
–Ахун ауылынан төньяҡтараҡ ике километр йыраҡлыҡта “Ҡоро ҡул” тигән ерҙә, көньяҡҡа табан ҡараған тау битләүендә “Әүлиә ҡойоһо” урынлашҡан. Өләсәйҙәр әйтеүе буйынса уны борондан “Изге ер”, “Изге ҡойо” тип йөрөткәндәр. Уның һыуы бик шифалы булған, күп кенә сирҙәрҙән һауыҡтырған тиҙәр. Һыуы йомшаҡ, артыҡ һалҡын да түгел. Көньяҡҡа, ҡояшҡа ҡарап торғас, хатта сирләгән (янған) аттарҙы шунда алып барып йыуындырып терелткәндәр.
Ата-бабалар унда барып доға уҡып һыуын алған, биттәрен, аяҡ-ҡулдарын йыуған, һыуын үҙҙәре менән алып ҡайтып дауаланған. Ысынлап та, һыуҙың анализы ла буйынса ла ул бик яҡшы булып сыҡты.
Уның тап ошондай исем йөрөтөүенә иң беренсе был ҡойоно тапҡан кешенең әүлиәлеге лә сәбәпсе булғандыр. Үҙемдең күҙәтеүҙәр буйынса шуға ла иғтибар иттем, яҙын, көҙөн,ҡышын ул бер күләмдә сыға. Эҫелә лә, ямғырлы мәлдә лә күләме үҙгәрмәй.
Шуныһы ла ҡыҙыҡлы, “Әүлиә ҡойоһо” эргәһендә 2-3 километр тирәләй был йылдарҙа төрлө ғәрәсәттәр ҙә күҙәтелмәй. Шуға ла ата-бабаларыбыҙҙың мираҫы булған был ҡойоно ҡәҙерләйек, һаҡлайыҡ, – тип һөйләне Фәзит ағай.
Автор фотоһы.