Халҡыбыҙҙың ризыҡтары күп төрлө. Уларҙың ҡайһылары онотола башлаған. Ҡурған өлкәһендә тыуып-үҫеп, бөгөн Шишмә районында йәшәгән 68 йәшлек Рәхилә Ғилемйәнова “Башҡортостан” гәзите уҡыусыларын саламай бешерергә өйрәтте.
– Беҙ бала саҡтан саламай ашап үҫтек. Ҡурған башҡорттарының борондан яратып ашаған ҡәҙерле ашы ул. Күмер самауыры ҡайнап сығып та өлгөрмәй, 6-7 минутта саламай бешеп сыға.
Бының өсөн бер литр ауыл ҡаймағын ҡайнатаһың, ҡайнап сыҡҡас самалап тоҙ, шунан он һалып болғатаһың. Яҡынса 2-3 минут болғап торғас, шуға бер ауыл йомортҡаһы һытаһың. Тиҙ-тиҙ генә бутап, йәнә берәй минут бешерәһең. Майы айырылып сыҡҡас, бәләкәй дуршлагҡа һары майын ағыҙам.
Саламай – бик туҡлыҡлы. Күп ашап булмай, ҡалаҡлап ҡына ашайҙар. Мин был ризыҡты йыш бешерәм. Ҡунаҡтар килһә, уларҙы ла һыйлайым, - тип һөйләне бала саҡтан яратып ашаған ризығы тураһында Рәхилә апай.
Фото: Рәхилә Ғилемйәнованыҡы.