Бөтә яңылыҡтар
Йәмғиәт
1 Октябрь , 23:10

Транспорт министрлығына 2025 йылға ваҡытлыса сикләү мәлен билдәләргә ҡушылды

Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте Премьер-министры вазифаһын башҡарыусы Андрей Назаров етәкселегендәге Хөкүмәт ултырышында ҙур йөк машиналары хәрәкәтен ваҡытлыса сикләүҙе үтәүгә контролде тәьмин итеү тикшерелде. Бындай сикләү йыл һайын Башҡортостанда насар тәбиғәт шарттары осоронда индерелә.

Транспорт министрлығына 2025 йылға ваҡытлыса сикләү мәлен билдәләргә ҡушылды
Транспорт министрлығына 2025 йылға ваҡытлыса сикләү мәлен билдәләргә ҡушылды

–  Республика автомобиль юлдары буйлап ауыр йөклө транспорт хәрәкәтен ваҡытлыса сикләү – мәжбүри сара. Улар юлдарҙы һаҡлауҙы тәьмин итеү һәм артабан емерелеүгә юл ҡуймау өсөн ҡабул ителә. Быйыл сикләү 1 апрелдән 30-на тиклем юл япмаһы артыҡ дымланыу осоронда, ә йәйгеһен 1 июндән 31 авгусҡа тиклем көндөҙгө һауа температураһы 32 градустан юғары булғанда индерелде, сөнки ныҡ йылытҡанда асфальт-бетон япмаһы ауыр йөк аҫтында тиҙ таушала, – тип аңлатма бирҙе Андрей Назаров.

Бик кәрәккәндә, рөхсәт ителгән массанан артыҡ йөгө булған транспорт хужалары республика автомобиль юлдары буйлап махсус рөхсәт буйынса ғына үтә ала. Был хеҙмәт «берҙәм тәҙрә» режимында «Росдормониторинг» федераль ҡаҙна учреждениеһы тарафынан күрһәтелә. Махсус рөхсәт алыуға ғариза рәсми сайтта ташыусының шәхси кабинеты аша тапшырыла. Юлға килтерелгән зыянды ҡаплауҙан килгән аҡса Юл фондына йүнәлтелә.

– Автомобиль юлдарында ваҡытлыса сикләүҙәрҙе үтәүҙе контролдә тотоу өсөн күсмә ауырлыҡ контроле пункттары һәм 10 автоматик ауырлыҡ контроле пункты эшләй. Эште Волга буйы федераль округы буйынса Ространснадзор вәкилдәре менән берлектә Юл хәрәкәтен ойоштороу үҙәге хеҙмәткәрҙәре алып бара. Башҡарылған эш һөҙөмтәһендә ауырлыҡ талаптарын боҙған өсөн 2 меңдән ашыу ҡарар сығарылды, – тине Башҡортостан Республикаһының транспорт һәм юл хужалығы министры вазифаһын башҡарыусы Любовь Минакова.

Андрей Назаров Башҡортостандың Транспорт министрлығына 2025 йылдың яҙғы һәм йәйге осоронда төбәк һәм муниципаль-ара әһәмиәттәге автомобиль юлдары буйлап транспорт хәрәкәтен ваҡытлыса сикләү тураһында ҡарар проектын әҙерләргә һәм раҫларға ҡушты.

Автор:Нурзиә Хәсәнова
Читайте нас: