Бөтә яңылыҡтар
Йәмғиәт
1 Октябрь , 19:00

Вячеслав Добрынин вафат булды

Ул дауаханала үлгән.

Вячеслав Добрынин вафат булды
Вячеслав Добрынин вафат булды

Совет һәм Рәсәй композиторы, эстрада йырсыһы, Рәсәйҙең халыҡ артисы Вячеслав Добрынин 79-сы йәшендә вафат булды.

РБК менән әңгәмәләге мәғлүмәтте артистың ҡатыны Ирина Добрынина раҫлаған. Сығанаҡ мәғлүмәттәре буйынса, 78 йәшлек башҡарыусы бер аҙна элек инфарктҡа шик менән Мәскәү клиникаһына эләгә һәм бөгөн шунда вафат булған.

Бынан алда йырсының хәләл ефете бер нисә йыл сығыш яһамауы һәм гастролдәрен туҡтатыуы хаҡында һөйләне. Уның һүҙҙәренсә, ғаилә артисты дауалау һәм уның тормошона булышлыҡ итеү менән шөғөлләнгән.

Вячеслав Добрынин – “Алтын граммофон”, “Йыл йыры” һәм “Овация” премиялары лауреаты. Артист карьераһын композитор булараҡ башлай, һуңғараҡ йырҙарын башҡара башлай. Уның дискографияһында 35-тән ашыу альбом бар. Уның иң билдәле композициялары араһында – “Не сыпь мне соль на рану”, “Ты разбила мне сердце”, “Синий туман” һәм башҡалар.

Фото: Телеграм. 

Автор:Альфия Мингалиева
Читайте нас: