Бөрйән районы хакимиәте башлығы Ғәзиз Манапов вазифаһын ҡалдыра. Был хаҡта ул "Бәйләнештә"ге сәхифәһендә хәбәр итә.
"Хөрмәтле райондаштар! Бөгөн, 1 октябрь көнө, контракт ваҡыты тамамланыу сәбәпле, мин вәкәләттәремде һалам һәм киләһе срокка контрактты оҙайтмаҫҡа ҡарар иттем. Яҡын арала район хакимиәте башлығы вазифаһын биләүгә конкурс иғлан ителәсәк. Киләсәктә районыбыҙҙы лайыҡлы шәхес етәкләп алып китер, тип ышанам.
Ҡәҙерле райондаштар! Бергә эшләгән осорҙа районыбыҙ мәнфәғәтенә төрлө эштәр башҡарылды. Һеҙҙең ярҙам менән районыбыҙ һәр яҡлап үҫешһен өсөн ҡулдан килгәндең барыһын да эшләргә тырыштыҡ. Бөгөнгө еңел булмаған осорҙа миңә ышаныс белдереп, эшләргә мөмкинлек биргән Бөрйән районы халҡына сикһеҙ рәхмәтемде еткерәм. Барығыҙға ла именлек-һаулыҡ, ғаилә бәхете, уңыштар теләйем! Тыуған еребеҙ артабан да сәскә атһын, үҙ-ара татыулыҡ, берҙәмлек көслө булһын!" - тип яҙған Ғәзиз Манапов.
"Башҡортостан" гәзите менән тығыҙ бәйләнештә эшләүегеҙ өсөн ҙур рәхмәт! Артабан да уңыштар юлдаш булһын!
Фото һәм сығанаҡ: Ғәзиз Манаповтың "Бәйләнештә"ге сәхифәһенән