Өфөлә булған ҡыҙғаныс хәл тураһында “Честный репортаж” телеграм-каналы хәбәр итте. Баҡһаң, эсергә яратҡан ҡатын инде нисәнсе йыл ирен һәм бәләкәй ҡыҙын туҡмай һәм ҡурҡытып тота. Ир урың менән айырылышырға һәм әсәлек хоҡуҡтарын сикләргә теләй.
Хәбәр ителеүенсә, ирле-ҡатынлы 2014 йылдан алып бергә. Тәүҙә барыһы ла яҡшы була, уларҙың ҡыҙҙары тыуа. Әле уға дүрт йәш. Тик һуңғараҡ ҡатын эсә башлай, тәүҙә – һыра, аҙаҡ иһә араҡыға күсә.
Ир әйтеүенсә, ҡатыны эсеп алһа, ғауға ҡуптара, ә аҙаҡ һуғыша башлай – ирҙе һәм бәләкәй балаһын туҡмай. Ир тормош иптәшенә ярҙам итергә тырыша – дауаланыу өсөн клиникаға урынлаштыра, препараттар һатып ала, эсеүен ташларға өгөтләп ҡарай, тик бер нәмә лә килеп сыҡмай. Ул шулай уҡ полицияға һәм опека органдарына ла мөрәжәғәт иткән. Ә һуңынан китергә һәм айырылырға ҡарар иткән. Был турала белгән ҡатын йәнә ирен туҡмаған.
Әлеге ваҡытта ир адвокат яллаған һәм ҡатындың әсәлек хоҡуҡтарын сикләтергә теләй.
Был хәл нимә менән бөтөр... Күҙәтәйек.