Бөтә яңылыҡтар
Йәмғиәт
2 Октябрь , 01:30

Башҡортостанда аҙ ҡатлы йорттар күбәйәсәк

"Башҡорт йорто" башланғысына ярашлы республикала кәм тигәндә 3 мең эш урыны булдырыу, ун йыллыҡ аҙағына аҙ ҡатлы төҙөлөш өлөшөн 75 процентҡа тиклем арттырыу һәм 20 меңдән кәм булмаған ғаиләнең торлаҡ шарттарын яҡшыртыу күҙаллана. Программа шәхси инвесторҙар иҫәбенә тормошҡа ашырыласаҡ.

Башҡортостанда аҙ ҡатлы йорттар күбәйәсәк
Башҡортостанда аҙ ҡатлы йорттар күбәйәсәк

Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте Премьер-министры вазифаһын башҡарыусы Андрей Назаров рәйеслегендә үткән хөкүмәт ултырышында ошо хаҡта һүҙ барҙы. Осрашыу 2024 – 2030 йылдарға Башҡортостан Республикаһында аҙ ҡатлы торлаҡ төҙөлөшөн үҫтереү концепцияһын раҫлауға арналды.

– Концепцияны тормошҡа ашырыу төҙөлөш материалдары етештереүсе предприятиеларҙың ҡеүәтен арттырасаҡ һәм яңыларын асыу мөмкинлеген бирәсәк, – тине Андрей Назаров.

Башҡортостандың төҙөлөш һәм архитектура министры вазифаһын башҡарыусы Артем Ковшов билдәләүенсә, 2023 йыл йомғаҡтары буйынса Башҡортостан Республикаһында 3 миллион квадрат метрҙан ашыу майҙан файҙаланыуға тапшырылған. Был күрһәткес 2022 йыл кимәленә ҡарата 108,3 процент тәшкил итә. Торлаҡ төҙөлөшө тармағында шәхси йорттар өлөшө – 62,1 процент. Башҡортостан халҡы 17 меңдән ашыу шәхси йорт һалған, уларҙың дөйөм майҙаны – 2 миллион квадрат метр.

– “Башҡорт йорто” концепцияһы аҙ ҡатлы йорттар ҡалҡытыуҙы ғына түгел, ә йәшәү өсөн барлыҡ уңайлыҡтары булған ҡасабалар төҙөүҙе күҙ уңында тота. Был шәхси йорттар төҙөлөшөн системаға һалыу, тәҡдим ителгән торлаҡтың сифатын яҡшыртыу һәм төҙөлөш эштәрен ваҡытында тамамлау мөмкинлеген бирәсәк, – тине Артем Ковшов.

Андрей Назаров Башҡортостандың Төҙөлөш һәм торлаҡ-коммуналь хужалыҡ министрлығына күрше төбәктәрҙең тәжрибәһен өйрәнергә һәм октябрь аҙағына тиклем концепцияны эшләп бөтөргә, аҙ ҡатлы төҙөлөштө үҫтереүгә йүнәлтелгән сараларҙы асыҡларға ҡушылды.

Башҡортостанда аҙ ҡатлы йорттар күбәйәсәк
Башҡортостанда аҙ ҡатлы йорттар күбәйәсәк
Башҡортостанда аҙ ҡатлы йорттар күбәйәсәк
Автор:Нурзиә Хәсәнова
Читайте нас: